

Иҫке Ҡаҙансы ауылы мәктәбендә урынлашҡан 916-сы һайлау участкаһында һайлауҙар тыныс шарттарҙа үтә. Һайлау комиссияһы ағзалары һәр кемде асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.
Һайлау участкаһы рәйесе Илүсә Зөбәйерова әйтеүенсә, был участкала һайлаусылар һаны 111 кеше иҫәпләнә, шуларҙың икеһе — беренсе тапҡыр тауыш биреүселәр. Тауыш биреүселәр Иҫке Ҡаҙансы ауылының Үҙәк, Азина урамдарында һәм Башҡортостан ауылында . Иртәнге сәғәт 11-гә 34 кеше тауыш биргән.
Иң өлкән һайлаусы Башҡортостан ауылынан 90 йәшен тултырған Саимә Ғимадрислам ҡыҙы Зиннәтова йылдағыса һайлау участкаһына үҙе килеп тауыш биргән.
Ә иң беренсе булып Эльвира һәм Финат Шайхиевтар һайлаған.
Һайлау участкаһына килә алмағандар өйҙәрендә тауыш бирәсәк.
Наилә Имаева.