

Билдәле булыуынса, биш йыл элек, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы, республикабыҙҙа Милли кейем көнө байрамы барлыҡҡа килде. Ғәҙәттәгесә, апрель айының өсөнсө йомаһында һәм сентябрь айының икенсе йомаһында билдәләйбеҙ.
Бөгөн районыбыҙ ауылдарында төрлө саралар ойошторола.
Район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙан байрамдың төп майҙансығына әйләнде.
Байрамға йыйылыусыларҙы район Мәҙәниәт йортоноң “Хазина” һәм “Ак калфак” фольклор коллективтары йыр менән сәләмләне.
Артабан Эльвира Вәлиева етәкселегендәге “Йәйғор” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡыҙҙары районыбыҙҙа йәшәүсе Балыҡсы һәм Ҡыр-Танып ырыуы башҡорттарының бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған һәм яңыртып тегелгән күлдәктәрҙе дефилелә күрһәтте. Күпме йылдар үтмәһен, башҡорт халҡының ерле костюмының бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған өлгөләре һаман да үҙенең матурлығы менән күҙҙе ҡамаштыра. Сараны алып барыусы “Хазина” халыҡ фольклор коллективы етәксеһе Зәнилә Рыбина сәхнәлә тәҡдим ителгән һәр күлдәк тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт еткерҙе.
Артабан майҙанда "Милли костюм - халыҡ мираҫы" бейеү флешмобы үтте. Был сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ сара, ул бейеү һәм традицион кейем аша мәҙәни мираҫтың байлығын һәм төрлөлөгөн күрһәтте. Флешмобтың маҡсаты — халыҡ кейемдәрен һәм бейеүҙәрен популярлаштырыу, тарихҡа һәм традицияларға иғтибар йәлеп итеү, халыҡты берләштереү.
Район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙан сағыу сәхнәгә әйләнде. Милли кейемдә йөҙләгән кеше милли көйҙәргә “Йәйғор” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Эльвира Вәлиева бейеүсе ҡыҙҙары менән күрһәткән бейеү хәрәкәттәрен синхрон башҡарҙы. Аҙаҡта барлыҡ ҡатнашыусылар түңәрәккә баҫып, районыбыҙҙа йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәренең берҙәмлеген сағылдырҙы. Тамашасылар, ваҡиғаларҙың матурлығына һәм дәртлелегенә һоҡланып, видео төшөрҙө һәм социаль селтәрҙәрҙә тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
"Милли кейем - халыҡ мираҫы" флешмобы күңел асыу сараһы ғына түгел, ә мәҙәни аралашыуҙың һәм милли үҙаңды нығытыуҙың һөҙөмтәле ысулы. Ул традицияларҙың быуындан – быуынға тапшырылыуын, ә бейеү һәм милли кейемдең һәр кемгә яҡын булыуын күрһәтә.
Наилә Имаева.