

Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө республикабыҙҙың һәр районында ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә. Был байрам төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың байлығы һәм мәҙәниәте матурлығын тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрә. Милли кейемдәр — ул кейем генә түгел, ә быуындан-быуынға тапшырылған тарих, традициялар һәм рухи мираҫ символы.
Мишкә районының Али Карнай исемендәге Оло Шаҙы мәктәбендә лә был көндө фәһемле саралар менән үткәрәләр. "Башҡортостан халыҡтарының милли кейемдәре" темаһына туған әҙәбиәт дәресе бик йөкмәткеле була, сәйләндән биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе лә барыһына ла оҡшай, тематик күргәҙмәләр байрамға йәм өҫтәй, милли кейемдәргә иғтибарҙы йүнәлтә.
Наилә Имаева.
Сығанҡ:https://vk.com/wall-217301548_452
#учусьвнациональномкостюме
#милликейемдәуҡыйбыҙ,
#Милликейемкөнө2025
#Деньнациональногокостюма2025