Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
11 Сентябрь 2025, 11:25

Милли кейем — милләтең йөҙө

Бөгөн Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө билдәләнелә. Ошо уңайҙан  Урмияҙ  ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһында   фәһемле саралар ойошторолдо.

Милли кейем — милләтең йөҙөМилли кейем — милләтең йөҙө
Милли кейем — милләтең йөҙө

"Миләшкәй" мәктәпкәсә төркөмдә тематик дәрестәр үтте. Фәнисә Хәсәнйән ҡыҙы балалар менән башҡорт милли кейемен биҙәне. Тәрбиәсе кескәйҙәргә күп милләтле илдә йәшәүебеҙ һәм республикабыҙҙа ниндәй милләт вәкилдәре  ғүмер итеүе хаҡында һөйләне.

Балалар башҡорт милли кейемдәрендә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар һүрәттәрен ҡарай. Башҡорт ҡыҙының милли кейеменә айырым туҡталып,  уның элементтарын атайҙар.

Тәрбиәсе Ләйсән Нәжибулла ҡыҙы балалар менән "Башҡорт милли кейеме" темаһына дәрес үткәрә.  Ул балаларға милли кейемдең  халыҡ мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө булыуы хаҡында һөйләй. Балалар милли кейемдең үҙенсәлектәре, орнаменттарҙың нимә символлаштырыуы тураһында белә, кейемдә ниндәй төҫтәр өҫтөнлөк итеүенә, ниндәй биҙәктәр ҡулланылыуына иғтибар итә. Костюм элементтарының исемдәре менән таныша. Дәрес кескәйҙәрҙең  белемен арттырып, бик күңелле һәм фәһемле үтә.

“Балаларҙы халыҡ мәҙәниәте сығанаҡтарына йәлеп итеп, беҙ быуындар туплаған бай тәжрибәне, традицияларҙы, ҡиммәттәрҙе һаҡлайбыҙ", — ти тәрбиәсе Ләйсән Нәжибулла ҡыҙы.

Йәсле төркөмөндә тәрбиәсе Лениза Рәүеф ҡыҙы Хәбибуллина балаларға милли кейемдең кейем генә түгел, ә үҙендә тарихты һәм йолаларҙы һаҡлаған халыҡ мәҙәниәтенең бер өлөшө булыуы хаҡында һөйләй. Ҡыҙҙар — сигеүле матур күлдәктәр, яулыҡ ябына, ҡалфаҡ бәйләй, ә  малайҙар түбәтәйҙәр һәм камзулдар  кейә. Сара барыһына ла бик оҡшай.

Наилә Имаева.

 

Милли кейем — милләтең йөҙө
Милли кейем — милләтең йөҙө
Милли кейем — милләтең йөҙө
Милли кейем — милләтең йөҙө
Милли кейем — милләтең йөҙө
Милли кейем — милләтең йөҙө
Милли кейем — милләтең йөҙө
Милли кейем — милләтең йөҙө
Милли кейем — милләтең йөҙө
Милли кейем — милләтең йөҙө
Милли кейем — милләтең йөҙө
Милли кейем — милләтең йөҙө
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас