Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
11 Сентябрь 2025, 06:25

Ете бала үҫтергән Тасинкәмбәтовтар алтын туйҙарын билдәләй

Урманкүл ауылында йәшәүсе  Гөлфирә Хәсән ҡыҙы менән Сабирйән Сабит улы Тасинкәмбәтовтарҙы алтын туйҙары менән ҡотланылар.

Ете бала үҫтергән Тасинкәмбәтовтар алтын туйҙарын билдәләйЕте бала үҫтергән Тасинкәмбәтовтар алтын туйҙарын билдәләй
Ете бала үҫтергән Тасинкәмбәтовтар алтын туйҙарын билдәләй

 

Тыумышы менән Балтас районы Асавка  ауылынан булған Гөлфирә Хәсән ҡыҙы менән Урманкүл ауылы егете  Сабирйән Сабит улы 1974 йылдың декабрендә никах уҡып ғаилә ҡора. 1975 йылдың 3 июнендә йәш ғаилә никахтарын законлы теркәй.  Быйыл Тәсинкәмбәтовтарҙың бер-береһенә терәк-таяныс булып,  татыу ғүмер итеүенә 50 йыл тулған. Улар үҙҙәре һымаҡ уңған, тырыш ете бала тәрбәиләп үҫтергән. Бөгөн бәхетле олатай-өләсәйҙең 14 ейән-ейәнсәре, бер бүләһе бар.

 Гөлфирә Хәсән ҡыҙы менән  Сабирйән Сабит улы икеһе лә ғүмерҙәрен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәргән. Ауыл хужалығы өлкәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.  1992 йылда ҙур яңы йорт төҙөп кереп, бәхетле ғүмер итәләр.

Тасинкәмбәтовтарҙы алтын туйҙары менән ҡотларға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрева һәм Ҡаҙансы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Фәрит улы Денисламов килде. Улар тормош юлын  лайыҡлы үткәг ғаилә парына изге теләктәрен еткереп, районыбыҙ үҫешенә ҙур өлөш индергәндәре һәм  эшһөйәр балалар үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

“Бергә үткән ғүмер үҙе ҙур бәхет. Ошо бәхет өсөн Хоҙайға мең рәхмәт ”, – ти Тасинкәмбәтовтар.

Наилә Имаева.

Ете бала үҫтергән Тасинкәмбәтовтар алтын туйҙарын билдәләй
Ете бала үҫтергән Тасинкәмбәтовтар алтын туйҙарын билдәләй
Ете бала үҫтергән Тасинкәмбәтовтар алтын туйҙарын билдәләй
Ете бала үҫтергән Тасинкәмбәтовтар алтын туйҙарын билдәләй
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас