Асҡын районы халҡы айыҡ сәләмәт тормош яҡлы. Айыҡ тормошто пропагандалаған “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ла асҡындар йыл да ҡатнашып, үҙҙәренең айыҡ, сәләмәт тормош яҡлы булыуҙарын төрлө фәһемле саралар ойоштороп, юғары һөҙөмтәләр күрһәтә.
“Айыҡ ауыл” республика конкурсында 2019 йылда — Ҡарткиҫәк ауылы, 2021 йылда — Солтанбәк ауылы, 2023 йылда —Төлгөҙбаш ауылы, 2024 йылда Әмир ауылы ҡатнашып, призлы урын яуланы һәм аҡсалата сертификат алды.
Белешмә
Айыҡлыҡ көнө тәүге тапҡыр 1911 йылдың 11 сентябрендә Санкт-Петербургта үтә. Ул йәмғиәтте берләштерергә, сәләмәт йәшәү рәүеше ҡиммәттәрен күрһәтергә теләгән интеллигенция вәкилдәре ярҙамында ойошторола. 1913 йылда был көн рәсми статус ала. Унда алкоголь һатыу тулыһынса туҡтатыла, бөтә шарап кибеттәре ябыла.
Был башланғыс 1917 йылға тиклем дауам итә. Хәҙерге Рәсәйҙә ул 2005 йылда тергеҙелде, ә 2014 йылда байрамға Бөтә Рәсәй статусы бирелде.
XIX быуат аҙағы - ХХ быуат башында Америкала айыҡлыҡ байрамы булдырыла. Уны эскелеккә ҡаршы көрәш алып барған Джон Финчҡа үҙенсәлекле һәйкәл тип иҫәпләйҙәр - XIX быуат аҙағында ул АҠШ-та йәмәғәт айыҡлыҡ хәрәкәтенә етәкселек итә. Финчтың вафатынан һуң күптәр үҙ ерендә һәм сит илдәрҙә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалап, Джон Финчтың идеяларын таратыуҙы дауам итте. Шул ваҡыттан алып йыл һайын 3 октябрҙә Бөтә донъя айыҡлыҡ көнө билдәләнә. Илебеҙҙә бындай көн, алда әйтелгәнсә, йылына ике тапҡыр - 11 сентябрҙә, 3 октябрҙә билдәләнә.
Наилә Имаева.