Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Афарин!
10 Сентября 2025, 06:50

Башҡортостанға һәр урында - "йәшел ут"

Спорт буйынса лидерлыҡты һаҡлаясаҡбыҙ.    

Башҡортостанға һәр урында - "йәшел ут"Башҡортостанға һәр урында - "йәшел ут"
Башҡортостанға һәр урында - "йәшел ут"

9 сентябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтяров менән осрашты. Һөйләшеү республикала федераль сараларҙы һәм шәхси инвестициялар йәлеп итеү ярҙамында спорт объекттары төҙөү, ил кимәлендә ярыштар үткәреү хаҡында барҙы.

Михаил Дегтяров былтыр Өфөлә Президент Владимир Путин ҡатнашлығында уҙған “Рәсәй – спорт державаһы” форумын юғары ойоштороу кимәлен баһаланы. Уның билдәләүенсә, республика халыҡты физкультураға, спортҡа йәлеп итеү, инфраструктура йәһәтенән ил төбәктәре араһында лидер булып ҡала. Башҡортостанда 13 380 спорт ҡорамалы бар, был күрһәткес буйынса Мәскәүҙән һәм Мәскәү өлкәһенән ҡала өсөнсө урынды биләй. Уҙған йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, республикала физкультура, спорт менән 2,3 миллион кеше даими шөғөлләнә.

Федераль министр бындай эштәрҙә төбәк етәкселегенең ҙур өлөшөн билдәләне.

– Беҙ барлыҡ башланғыстарығыҙҙы хуплайбыҙ. Тармаҡҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу белдерәһегеҙ, кире бәйләнеш бар. Шуға ла һеҙгә һәр урында “йәшел ут”, – тине ведомство етәксеһе.

Радий Хәбиров Михаил Дегтяровҡа республикаға иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул ведомство етәксеһенә төбәктә төҙөлгән спорт объекттары тураһында һөйләне. Мәҫәлән, Башҡортостанда “Бизнес-спринт (Мин спортты һайлайым)” федераль проекты тормошҡа ашырыла, был эшкә дәүләт-шәхси партнерлыҡ алымы буйынса инвестор сараларын йәлеп итеү ҡаралған.  Башланғысҡа ярашлы, Өфөлә ике физкультура-һауыҡтырыу, Нефтекамала бассейнлы “Амфибия” спорт үҙәктәре сафҡа индерелде. Баш ҡалала шулай уҡ “Бал” универсаль спорт комплексы, Октябрьскийҙа бассейн, Стәрлетамаҡта “Алға” физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө дауам итә.

Радий Хәбиров ведомство етәкселәренә республиканың дәүләт наградаларын – Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтяровҡа Халыҡтар дуҫлығы орденын, статс-секретарь – спорт министры урынбаҫары Александр Никитинға Башҡортостандың Почет грамотаһын тапшырҙы. Үҙ сиратында Михаил Дегтяров Радий Хәбировты “Физик культура һәм спорт отличнигы” почетлы билдәһе менән наградланы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2025-09-09/bash-ortostan-a-r-urynda-y-shel-ut-4381778

 
Башҡортостанға һәр урында - "йәшел ут"
Башҡортостанға һәр урында - "йәшел ут"
Автор:
Читайте нас