Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
9 Сентябрь 2025, 04:00

Яңы ФАП асылды

Бөрө районы Шалҡан ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Яңы ФАП асылдыЯңы ФАП асылды
Яңы ФАП асылды


Был районда ун өсөнсө ФАП, һәм яҡын арала күрше ауылдарҙа тағы ла дүрт ошондай пункт асыу планлаштырыла.
Яңы пункт Шалҡан һәм яҡын-тирәләге ауылдар халҡын хеҙмәтләндерәсәк.
Ул заманса стандарттарға ярашлы беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Хәҙер халыҡ диспансеризация, иҫкәртеү тикшереүҙәре үтә һәм яҡты һәм уңайлы бинала дарыуҙарға льготалы рецептар ала аласаҡ.
Яңы ФАП “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлә.

 

❗Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров:
— Һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыуға бәйле мәсьәләләрҙе эҙмә-эҙлекле хәл итәбеҙ. Был, беренсе сиратта, поликлиника, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, амбулаториялар, тигән һүҙ. Шул уҡ ваҡытта алға ынтылыр урын барлығын да яҡшы аңлайбыҙ. Башҡортостанда 2025 йылда 483 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк. Асылда, беҙ ауыл медицинаһын тергеҙәбеҙ. Алдағы биш йыл эсендә федераль финанслау иҫәбенә тағы ла 400-500 медицина пунктын яңыртыу планлаштырыла. Әле программа өҫтөндә эш бара.

Наилә Имаева.
Сығанаҡ: Бөрө районы хакимиәте

Яңы ФАП асылды
Яңы ФАП асылды
Яңы ФАП асылды
Яңы ФАП асылды
Яңы ФАП асылды
Яңы ФАП асылды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас