Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
9 Сентябрь 2025, 08:25

Уҡыу кабинеттары йыһазландырыла

Илебеҙҙә 2024-2025 уҡыу йылында тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресе Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре (ОБЗР) тип үҙгәртелде һәм күп кенә яңылыҡтар индерелде. Әлеге үҙгәреш буйынса Балтас районы мәктәптәрендә уҡыу кабинеттарын кәрәкле йыһаздар менән тәьмин итеү башланды. 

Уҡыу кабинеттары йыһазландырылаУҡыу кабинеттары йыһазландырыла
Уҡыу кабинеттары йыһазландырыла

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда мәғариф системаһын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Республика етәкселеге тарафынан мәғариф ойошмаларының матди-техник базаһын яҡшыртыу, педагогтарҙы һәм уҡыусыларҙы дәртләндереү, алдынғы педагогик практикаларҙы ғәмәлгә индереү буйынса эҙмә-эҙлекле һәм һөҙөмтәле аҙымдар яһала.
Әлеге көндә мәғариф өлкәһе — тиҙ үҙгәреүсән, даими үҫештә булған мөһим тармаҡтарҙың береһе. Яңы технологиялар, методикалар индерелә, уҡытыусыларҙың квалификациялары күтәрелә, уҡыусылар өсөн яңы мөмкинлектәр асыла. Был процесс бер ҡасан да туҡталып тормай, һәр ваҡыт алға, яңы үрҙәргә ынтыла.
Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәләрҙә лә мәғариф мәсьәләләре төп темаларҙың береһе булып тора. Ул һәр кәңәшмәлә мәғарифтың һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булыуын билдәләй. Был республика етәкселегенең мөһим өлкәгә етди мөнәсәбәтен асыҡ күрһәтә.
Фекер...
Радий Фәрит улы Хәбиров,Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— Төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе — барлыҡ мәктәптәрҙе модернизациялау, уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн мөмкин ҡәҙәр уңайлы шарттар булдырыу.
Районда ла мәғариф өлкәһе һуңғы йылдарҙа ныҡлы үҫеш юлында. Төрлө республика, федераль проекттарҙа ҡатнашып, балаларға сифатлы белем һәм тәрбиә биреү өсөн барлыҡ шарттарҙы ла булдырыу буйынса етди эштәр башҡарыла.
Илебеҙҙә 2024-2025 уҡыу йылында тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресе Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре (ОБЗР) тип үҙгәртелде һәм күп кенә яңылыҡтар индерелде.
Әлеге үҙгәреш буйынса район мәктәптәрендәге яңы дәрестең уҡыу кабинеттарын, уҡытыу йөкмәткеһен яңыртыуҙы иҫәпкә алып, кәрәкле йыһаздар менән тәьмин итеү башланды. Был эш әлеге ваҡытта Иҫке Балтастың 1-се һәм 2-се, Иванай, Һәйтәк, Тусыбай, Уразай һәм Шауъяҙы урта мәктәптәрендә бара.
Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре дәресе “Хәрби әҙерлек. Хәрби белем нигеҙҙәре” модуле менән тулыландырылды. Мәктәп уҡыусылары был дәрестәрҙә хәрби әҙерлектең төп күнекмәләрен һәм ҡырағай тәбиғәттә иҫән-имен ҡалыу ҡағиҙәләрен өйрәнә.
Уҡытыусылар тейешле теоретик курстар, практик әҙерлек үтте. Яңы программалар, методикалар менән таныштылар. Улар яңы дәресте юғары дәрәжәлә алып барырға бар яҡлап та әҙер.
Мәғариф өлкәһе һәр ваҡыт яңырыш юлында. Уҡытыусылар, ата-әсәләр бергәләшеп балаларға сифатлы белем һәм тәрбиә биреү өсөн бар көсөн һала. Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре дәресенең индерелеүе — бөгөнгө көн талабы.
Йәштәр Ватанды һаҡлау, үҙ иленең тарихын белеү һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса кәрәкле белемдәрҙе һәм күнекмәләрҙе үҙләштерергә тейеш. Был дәрестәр уларға үҙ көстәренә ышанырға, кәрәк булғанда Тыуған илде яҡларға әҙер булырға ярҙам итер.
Фекер...
Лилиә Нураева, район мәғариф бүлегенең Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм физкультура дәрестәре буйынса методисы:
— Хәҙер мәктәптә Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре уҡытыусыһы – ул төп идеолог, балалар политругы.   Дәрестәрҙә уҡыусылар сафта йөрөү әҙерлеген үҙләштерә, тактика нигеҙҙәрен, топографик карталарҙы уҡырға, ерлектә йүнәлеш алырға өйрәнә. Шулай уҡ һәр кеше өсөн Ватандың әһәмиәте, илебеҙҙең техник-хәрби потенциалы, Рәсәй Геройҙарының батырлыҡтары тураһында белем ала. Был, үҙ сиратында, йәштәрҙә илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.
Фирғәт Нәбиуллин.
Ғәзим Ильясов фотоһы.

Балтас районы.

Уҡыу кабинеттары йыһазландырыла
Уҡыу кабинеттары йыһазландырыла
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас