Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
8 Сентябрь 2025, 11:45

Сурайҙар һалдаттарға көҙгө уңышты оҙатты

Яугирҙәргә ярҙам итеүҙе улар тәүге урынға ҡуя.

Сурайҙар һалдаттарға көҙгө уңышты оҙаттыСурайҙар һалдаттарға көҙгө уңышты оҙатты
Сурайҙар һалдаттарға көҙгө уңышты оҙатты

 Сурай – бәләкәй генә ауыл булһа ла, халҡының дәррәү, берҙәм булыуы менән айырылып тора. Беҙ барғанда ла клубҡа йыйылып яугирҙәргә шифалы үләндәрҙән сәй пакетлайҙар ине. Эргәләге өҫтәлгә балалар ҙа ултырып алған. Ауылдыҡылар ғына түгел, каникулға өләсәйҙәренә ҡайтҡан балалар ҙа бар ине араларында. Бәләкәй генә булһалар ҙа һалдаттарға изгелек эшләүҙәрен аңлап тырышып эшләй бәләкәстәр.

–Һалдаттарға ҡайын миндеге әҙерләргә барғанда мәтрүшкәһен дә, урман сәйен дә, кейәү үләнен дә йыйып ҡайттыҡ. Бынан тыш ҡурай еләге, ҡарағат япрағын, йүкә , алмағас сәскәһен, гөлйемеште лә ҡушып ебәрәбеҙ. Иҫ киткес хуш еҫле, тәмле сәй килеп сыға. Беҙ уны һанап та тормайбыҙ. Меңләп-меңләп әҙерләп оҙатабыҙ. Миндек әҙерләгәндә лә араһына мәртүшкә, әрем үләнен ҡушып ебәрәбеҙ. Миндек кибеп япраҡтары ҡойолмаһын өсөн һәр береһен аҙыҡ пленкаһына төрәбеҙ, – тип һөйләне клуб мөдире Гөлсиә Ғәлләмова.

Күмәкләп йыйылып, изге теләктәрен теләп, доғаларын уҡып сәй тултыра шулай Сурай уңғандары. Фәнүзә Баширова, Әлфиә Сәлимова, Гүзәл Баһауетдинова, Флүзә Исмәғилова, Флорида Хәмидова, Миңниса Вәлиева һәм башҡа бик күптәрҙе яугирҙәргә ярҙам итеү теләге берләштерә.

–Һалдаттарыбыҙ еңеп ҡайтһын, артабан яҡындары янында тыныс тормошта йәшәргә булһын, тигән изге теләктәребеҙҙе теләйбеҙ. Арабыҙҙа 70-80 йәшлек апайҙарыбыҙ ҙа күп. Еңеү көнөндә бергәләп байрам итергә яҙһын һәммәбеҙгә, – ти Сурай ирекмәндәре.

Сәй төрөп кенә ҡалмайҙар. Һалдаттарҙың һорауҙарына ҡарап маскировка селтәрен дә үргәндәр, ҡоро душ та яһағандар,  баҡсаларында үҫтергән йәшелсәләрҙән банкаларға төрлө ҡабымлыҡтар ҙа япҡандар.

Бынан тыш көҙгө уңышты ла оҙатҡандар. Һәр йорт һалдаттарға өлөш сығарған.   Өс тоҡ бәрәңге, ике тоҡ кишер, ике тоҡ һуған, 10 килограмм һарымһаҡ,  тоҙланған әйберҙәрҙе, ҡайнатмаларҙы  күптән түгел генә оҙатҡандар.

Изгелекле, ҙур йөрәкле булғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, сурайҙар.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева

Сурайҙар һалдаттарға көҙгө уңышты оҙатты
Сурайҙар һалдаттарға көҙгө уңышты оҙатты
Автор:
Читайте нас