Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
8 Сентябрь 2025, 04:40

ФАП-та ремонт эштәре бара

Сураш ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты территорияһы яйлап  үҙгәрә.

ФАП-та ремонт эштәре бараФАП-та ремонт эштәре бара
ФАП-та ремонт эштәре бара

Быйыл  июнь айында Сураш ауылына фельдшер булып Рәзинә  Миңелбаева ҡайтты.  Рәзинә Рәзим ҡыҙы Солтанбәк ауылында тыуып үҫеп, һуңғы йылдарҙа   Екатеринбург ҡалаһында  Беренсе  өлкә дауаханаһында шәфҡәт туташы-анестезиолог булып эшләй.  Сураш ауылында  фельдшер юҡлығын белгәс, ул тыуған районына эшкә ҡайтырға ҡарар итә.

Быға тиклем  ябыҡ торған ФАП-та Сураш ауылы халҡы  үҙҙәре ремонт эшләй башлай.  Әлегә шамбо эшләнгән, ҡоймалар өсөн бағаналар ултыртылған. Ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнашҡан  кешеләргә урындағы хакимиәт  рәхмәт белдерә.

Наиләә Имаева.

ФАП-та ремонт эштәре бара
ФАП-та ремонт эштәре бара
ФАП-та ремонт эштәре бара
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас