

Үрге Ласынтау ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашып, ил азатлығы өсөн баштарын һалған яугирҙар иҫтәлегенә таҡтаташ асыу уңайынан тантаналы митинг үтте.
Таҡтаташҡа Хөсәйен Азамзод, Илвир Әхмәтзин, Илгиз Шараев, Илдар Муллаянов, Рөстәм Шәрифғәлиевтарҙың исемдәре уйып яҙылған.
Батырҙарҙың исемен мәңгеләштереү өсөн ҙур тырышлыҡ һалған Дәүләтовтар һәм Шараевтар ғаиләләренә рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.
Батырҙарҙың исеме, илһөйәрлек һәм ҡаһарманлыҡ символы булып, ауыл халҡы хәтерендә мәңге һаҡланыр.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-150065392_53401