Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Афарин!
8 Сентября 2025, 05:00

Асҡында шахмат берекмәһе асылды

 «Мельница»  балалар ижады үҙәгендә «Шахмат» яңы өҫтәмә дөйөм белем биреү программаһы старт алды.

Асҡында шахмат берекмәһе асылдыАсҡында шахмат берекмәһе асылды
Асҡында шахмат берекмәһе асылды

 Дәрестәрҙе өҫтәмә белем биреү педагогы Марат Сәғҙиев үткәрә.

Районда шахмат менән ҡыҙыҡһынған кешеләр күп. Бигерәк тә  балаларҙың йылдан-йыл был уйын менән нығыраҡ мауығыуы ҡыуаныслы.  Был интеллектуаль спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Балаларҙы һәр шишәмбе һәм кесаҙна көндәре 14:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем көтәләр.

— Миңә балалар менән эшләү бик оҡшай, — ти  Марат Мәсләүи улы. — Шахмат уйнау баланың интеллектуаль һәләттәрен үҫтерә, уларҙы уйларға, сағыштырырға, дөйөмләштерергә һәм үҙ ғәмәлдәренең һөҙөмтәләрен алдан күрергә өйрәтә. Бынан тыш, шахмат ныҡышмалылыҡ, иғтибарлылыҡ, үҙаллылыҡ, сабырлыҡ һәм уйлап табыусанлыҡ кеүек сифаттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә, шуға күрә шахматҡа өйрәтеүҙе мөмкин тиклем иртәрәк башларға кәрәк.

Марат Сәғҙиев ике йылдан ашыу Мутабаш ауыл Советы хакимиәте бинаһында урынлашҡан «Танып» шахмат клубында дәрестәр үткәрә. Был клуб яҡын-тирәләге ауылдарҙан йәш шахматсыларҙы үҙенә йәлеп итә. Тәрбиәләнеүселәре бер нисә тапҡыр район, республика һәм зона ярыштарында призер һәм еңеүсе булды.

Фекер...

Марат Сәғҙиев, өҫтәмә белем биреү педагогы:

— Балаларҙың уңыштары менән ғорурланам.  Уларҙы һәр саҡ хупларға һәм яңы ҡаҙаныштарға илһамландырырға тырышам. Мәҫәлән, тәрбиәләнеүселәрем Иҫке Мутабаш ауылынан Дамира һәм Рәмилә Әхмәтғәлиевалар төрлө кимәлдәге ярыштарҙа йыш призер һәм еңеүсе булып тора. Уларҙың ныҡышмалылығы һәм эшһөйәрлеге мине генә түгел, ә уларҙың уңыштарын күҙәтеүселәрҙе лә рухландыра. Уларҙың алда тағы ла  еңеүҙәре һәм ҡаҙаныштары булырына ышанам! «Мельница» балалар ижады үҙәгендә шахмат менән һәр кем  шөғөллә ала.  Һәр бала, әҙерлек кимәленә ҡарамаҫтан, шахматтың мауыҡтырғыс донъяһына ҡушыла һәм был интеллектуаль спортта уңышҡа өлгәшә ала.

Үҫеп килгән быуын араһында шахматты популярлаштырыу – республика педагогтары һәм властары  уртаҡлашҡан бурыс. Төбәк башлығы Радий Хәбиров был спорт төрөн үҫтереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала, уның балаларҙың интеллектуаль үҫеше өсөн ҙур файҙаһын билдәләй.

— Республикала мөмкин тиклем күберәк балаларҙың шахмат уйнарға өйрәнеүе минең хыялым. Был бик юғары интеллектуаль уйын, ул фекерләүҙе яҡшы үҫтерә, мәсьәләләрҙе хәл итеүгә стандарт булмаған  ижади ҡарашҡа өйрәтә. Бөгөн йондоҙҙар күберәк ҡабынып киткән һайын, был спорт төрөнә балалар яғынан иғтибар арта. Ә беҙ мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ, — тип билдәләне Радий Хәбиров, төбәк Башлығы.

Лениза Закирова.

Автор фотолары.

Асҡында шахмат берекмәһе асылды
Асҡында шахмат берекмәһе асылды
Асҡында шахмат берекмәһе асылды
Асҡында шахмат берекмәһе асылды
Асҡында шахмат берекмәһе асылды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас