

Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған проекттарҙың күбеһе мәғариф учреждениеларын ремонтлау, автомобиль юлдарын ремонтлау, биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү менән бәйле.
Патриотик тематикаға инициативалар һаны арта. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә төбәктең финанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинская хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы пилот режимында 2014 йылда эшләй башланы, 2016 йылдан ул республиканың бөтә биләмәһендә ғәмәлдә. 2025 йылда ППМИ сиктәрендә конкурста ҡатнашыуға 1 003 ғариза бирелгән, шуларҙың 976-һы һайлап алыуға индерелгән. 734 проект еңеүсе була.
Программала төбәктең бөтә 54 районы һәм туғыҙ ҡала округы ҡатнашты. 2025 йылда республика буйынса бер муниципалитетҡа уртаса 12 башланғыс тура килә. Шул уҡ ваҡытта 23 район үҙ биләмәләренең 100 процентын ППМИ-ны тормошҡа ашырыуға йәлеп итә. Архангел, Йылайыр, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Шишмә райондарында конкурсҡа заявка биргән бөтә проекттар ҙа еңеү яуланы.
Башҡортостан Башлығы ҡарары буйынса 2025 йылда республика бюджетынан проекттарҙы берлектә финанслауға субсидиялар 600 миллиондан 700 миллион һумға тиклем арттырылды. Еңеүсе проекттарҙы финанслауға бөтәһе 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырыла, бында шулай уҡ урындағы бюджет средстволары, халыҡтың һәм бағыусыларҙың өлөшө инә. Бер проекттың уртаса хаҡы 1,5 миллион һум тәшкил итә.
– Был эште дауам итергә кәрәк. Ғаризаларҙы ғәҙел ҡарауҙы күҙәтеү бик мөһим, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Бөтәһе лә тырышты, конкурста еңгәндәрҙең барыһын да ҡотлайым!
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.