

Хөрмәтле дуҫтар!
Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым! Бөгөн нефть сығарыуҙа һәм эшкәртеүҙә, нефть химияһы объекттарын төҙөүҙә меңләгән белгес намыҫлы эшләй, нефть һәм газ сәнәғәте комплексы өсөн заманса ҡорамалдар эшләй һәм етештерә. Яғыулыҡ-энергетика комплексы Рәсәй иҡтисадының төп тармағы һәм Башҡортостан сәнәғәтенең нигеҙе булып ҡала.
Республика Рәсәй төбәктәре араһында нефть сығарыу күләме менән һигеҙенсе урынды һәм эшкәртеүгә килгән нефть күләме буйынса беренсе урынды биләй. Беҙҙә «скважинанан бензинға тиклем» бөтә етештереү циклы тәҡдим ителгән. Төбәк өлөшөнә Рәсәйҙең нефть сеймалын эшкәртеүҙең яҡынса 13 проценты, автомобиль бензинының биштән бер өлөшө, дизель яғыулығының 16 проценты тура килә. Тап нефть тармағы төбәк бюджетына керемдең яҡынса 40 процентын тәшкил итә.
Башҡортостан сәнәғәт һәм көнкүреш ҡулланыусыларына газ ебәреүҙе тәьмин итеүсе үҫешкән газ торбалары селтәренә эйә, газлаштырыу кимәле буйынса алдынғылар рәтендә тора. Төбәктә 1,5 миллион фатир һәм йорт, 20 меңдән ашыу ҡаҙанлыҡ, сәнәғәт, ауыл хужалығы, социаль һәм башҡа объекттар газлаштырылған. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса республика газ – мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү буйынса өсөнсө, автомобиль газ тултырыу компрессор станциялары һаны буйынса беренсе урынға сыҡты. Нефть һәм газ секторы предприятиелары юғары технологик үҫеш кимәлен күрһәтә, алдынғы технологияларҙы һәм цифрлы ҡарарҙарҙы производство эшмәкәрлегенә әүҙем индерә. Был ҡаҙаныштарҙың нигеҙендә-арымай-талмай эшләү, юғары профессионализм һәм нефтселәр, газсылар, тармаҡ ветерандары эшенә тоғролоҡ ята.
Хөрмәтле дуҫтар! Хеҙмәтегеҙ, республика һәм ил үҫешенә ҙур өлөш индергәнегеҙ өсөн ихлас рәхмәт белдерәм. Һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ теләйем! Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров