Фестиваль майҙансыҡтарының береһендә төбәк етәксеһенә Баймаҡ районы тарихы тураһында һөйләнеләр. Кешеләр бында боронғо замандарҙан уҡ йәшәгән. Тәүге күсмә ҡәбиләләр неолит һәм иртә бронза дәүерендә барлыҡҡа килә. "Ирәндек" тарихи – археологик музей-ҡурсаулығы территорияһында биш боронғо тораҡ, 400-ҙән ашыу ҡурған табылған. Талҡаҫ күле ярындағы Иҫән туҡталҡаһы айырыуса ҡиммәтле, унда йәшмәнән эшләнгән әйберҙәр һәм кремний эш ҡоралдары табылған. Байыш ҡаласығы мөһим археологик ҡомартҡы булып тора, ул билдәле Арҡайым ҡаласығы тибына ҡарай.
XVIII быуат уртаһында Ирәндек тауҙары битләүендә Таналыҡ – Баймаҡ тау-мәғдән районы барлыҡҡа килә. 1748 йылда бында Преображенск баҡыр иретеү заводы, ә 1751 йылда Кананикольск заводы төҙөлә. 1837 йылда Солтан алтын приискыһы асыла. Жуковский, Горяевтар, Рәмиевтар приискылары әүҙем эшкәртелә. XIX быуат аҙағына алтын сығарыу район сәнәғәтенең төп йүнәлеше булып китә.
Баймаҡ районының «Урал батыр»эпосы менән бәйләнеше айырыуса мөһим. Тап бында 1910 йылда Мөхәмәтша Буранғолов сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан башҡорт әҙәбиәте ҡомартҡыһын яҙып ала.
***
Радий Хәбиров шулай уҡ Баймаҡ балалар технопаркы тәрбиәләнеүселәре менән аралашты. Балалар төбәк етәксеһенә үҙ ҡулдары менән эшләгән роботтарҙы күрһәтте. Республика башлығы уларға оҫталыҡтарын камиллаштырыуҙы һәм тормоштарын техник һөнәрҙәр менән бәйләүҙе теләне.
***
Башҡортостан башлығы "Оҫталар ҡалаһы» күргәҙмәһендә лә булды, унда халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре оҫталары үҙҙәренең ҡул эштәрен тәҡдим итте.
Билдәле сәсән, Сибай сәнғәт колледжы педагогы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Ғәйнуллина – республикала сергетыш эшләү оҫтаһы булараҡ танылған. Ул сергетыштың төрҙәре тураһында һөйләне.
***
Радий Хәбиров Республика Хәрби Дан музейы һәм 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы музейының патриотик майҙансығын ҡараны.
***
Фестиваль ҡунаҡтары менән бергә төбәк Башлығы ат парадын ҡараны. Ейәнсура районы вәкилдәре беренсе урын яуланы.
Фестивалдең иң тамашалы сараларының береһе булып ат сабышы тора.
- Быйыл «Башҡорт аты» фестивален Баймаҡ районының 95 йыллығы, Сибайҙың 70 йыллығы айҡанлы үткәрелгән тантаналы саралар, «Урал аръяғы»Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы менән берләштерҙек, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. - Фестиваль майҙансығында бер нисә капиталь объект төҙөү идеяһы бар, артабан бында федераль кимәлдәге башҡа сараларҙы ла үткәрергә мөмкин.