

Башҡорт аты тураһында күп легендалар йөрөй. Был тоҡом үҙенсәлекле сифаттары менән айырылып тора: Урал һәм Волга буйының ҡаты тәбиғәт шарттарына яраҡлаштырылған, хатта ауыр хәлдәрҙә лә сыҙамлығы һәм тырышлығы менән айырылып тора. Шул уҡ ваҡытта ул үҙенең күндәм холҡо һәм хужаһына ихлас һөйөүе менән дан тота. Миңә лә атта һыбай йөрөү оҡшай.
Кисә Баймаҡ районында дүртенсе «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале үтте. Был байрам матур шоу ғына түгел, ә фәнни, мәҙәни һәм спорт йүнәлештәрен берләштергән мөһим ваҡиға. Фестиваль быуындан-быуынға тапшырылған йылҡысылыҡ шөғөлөнөң әһәмиәтен асыҡ күрһәтә. Радий Фәрит улының ярҙамы менән беҙҙең уникаль традицияларҙы рәсми рәүештә нығытырға ҡарар ителде: башҡорт аты патент менән яҡланған, ә махсус булдырылған «Башҡорт аты» ғилми-тикшеренеү институты был боронғо тоҡомдо һаҡлау һәм үҫтереү өҫтөндә эш алып бара. Тап ошондай тырышлыҡ арҡаһында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале быуындар күсәгилешлегенең символына әүерелә һәм милли мәҙәниәтте һаҡлауыбыҙҙы раҫлай. Башҡорт аттары- ул рух көсө, тәбиғәт матурлығы һәм тамырҙарыбыҙ менән бәйләнеш күрһәткесе. Беҙ был уникаль байлыҡты һаҡлап ҡалырға һәм киләсәк быуындарға тапшырырға бурыслыбыҙ.
Автор:Динара Сафиуллина