Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Афарин!
5 Сентября 2025, 11:15

Бына һиңә сентябрь!

Синоптиктар йәнә ғәжәпләндерҙе, беҙҙе аномаль ай көтә.    

Бына һиңә сентябрь!Бына һиңә сентябрь!
Бына һиңә сентябрь!

Башҡортостанға көҙ йылы һауа торошо менән килде. Көн һайын яуған ямғырҙарға ҡарамаҫтан, көндөҙгө һауа температураһы +20 градустан юғары тора. Артабан нимә булыр? Синоптиктар ғәҙәти булмаған прогноз менән хайран ҡалдырҙы.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, республикала йәйге һауа торошо оҙаҡҡа һуҙыласаҡ. Сентябрь уртаһына тиклем көндөҙгө температура +23, +25 градус билдәһендә торасаҡ. Төндә лә +10,+16 градусҡаса йылы буласаҡ.

Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд хәлдең стандарт булмаған сценарий буйынса үҫешәсәген аңлата. Ер өҫтөндә баҫым түбәнәйә. Ә биш километр бейеклектә бейек. Шуға күрә тропосфераның уртаса кимәлендә антициклон барлыҡҡа килә, ул һауаның түбәнәйеүенә булышлыҡ итәсәк. Йылылыҡ өҫтән аҫҡа күсә башлай. Был йәйҙең дауамы буласаҡ, сөнки климат миҙгелдәренең күсеүенә билдәле бер тенденция күҙаллана.

“Фобос” үҙәге мәғлүмәте буйынса, 17 сентябрҙән һуң ғына Башҡортостанда температураның етди түбәнәйеүе башлана – көндөҙ термометр бағанаһы +10,+15 градустан юғары күтәрелмәйәсәк, төндә һауа температураһы +1, +7 градус тәшкил итәсәк.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:
Читайте нас