Башҡорт халҡын туплау, милли мәҙәниәтте, телде һәм рухиәтте һаҡлау һәм үҫтереү буйынса әүҙем, емешле һәм күп йыллыҡ эше өсөн район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Мөнзилә Солтан ҡыҙы Әхмәтова башҡорт йәмәғәтселегенең иң юғары наградаһы — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалына лайыҡ булды.
Шулай уҡ әүҙем райондаштарыбыҙ, Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Фәғәнәүи ҡыҙы Шәрипова, Асҡын ауылының “Күк сәскә” балалар баҡсаһы музыкаль хеҙмәткәре Рушания Әүхәт ҡыҙы Шәрәфетдинова һәм Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Индира Хәнифйән ҡыҙы Шайморатова башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә, милли йолаларҙы пропагандалауға, туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Райондаштарыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңышлы эшмәкәрлек теләйбеҙ!
Наилә Имаева.