Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
3 Сентябрь , 20:15

Асҡынға Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова килде

Бөгөн  Асҡын районына  эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова килде. Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов оҙатыуында Эльвира Ринат ҡыҙы  Асҡын ауылының 2-се балалар баҡсаһында булды.

Асҡынға Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова килде
Асҡынға Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова килде

Балалар баҡсаһы мөдире Лариса Мөхәмәтшина  ҡунаҡтар  өсөн экскурсия үткәрҙе, балалар баҡсаһының эшмәкәрлеге, эш  шарттары, уның программалары тураһында һөйләне.

Бергәләп полилингваль, шайморатов һәм билингваль төркөмдәрҙә,  бағыусылар һәм ата-әсәләр ярҙамы менән заманса һәм зауыҡ менән  йыһазландырылған  музыка һәм спорт залдарында булып, балалар һәм тәрбиәселәр менән аралашты, эш методикалары, уҡыу һәм методик әсбаптар, күргәҙмә материалдар менән танышты, районда мәктәпкәсә белем биреүҙе артабан үҫтереү перспективаларын тикшерҙе.  Эльвира Ринат ҡыҙы тәрбиәселәрҙең үҙ программалары буйынса эшләүен һәм хатта уларҙы федераль кимәлдә яҡлауын, балалар баҡсаһында грант йүнәлеше әүҙем үҫешеүен, тәрбиәселәрҙең йәш белгестәр  өсөн тәғәйенләнгән  грант конкурстарында ҡатнашып, аҡсалата ярҙам алыуын, һөнәри оҫталыҡ конкурстарында   еңеү яулап, юғары һөҙөмтәләр күрһәтеүен лайыҡлы баһаланы.

Эльвира Айытҡолова педагогик составтың юғары әҙерлек кимәлен һәм балалар баҡсаһының заманса йыһазландырылыуын  билдәләне, үҫеп килеүсе быуынды үҫтереүҙә ата-әсәләрҙең дә әүҙем ҡатнашыуының һәм һәр төрлө ярҙам итеүенең  мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул тәрбиәселәрҙең  үҙ эшенә ниндәй һөйөү һәм хәстәрлек менән ҡарауына һәм һәр баланың потенциалын нисек оҫта асыуына һоҡланыуын белдерҙе.

“Башҡортостан Республикаһында туған телдәрҙе өйрәнеүҙең яҡшы традициялары күптән барлыҡҡа килгән. Беҙҙең балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә уҡытыу алты телдә алып барыла, 13 тел туған тел булараҡ өйрәнелә. 56 инновацион милли мәктәп уңышлы эшләй. Өҫтәмә белем биреү үҙәктәрендә төрлө халыҡтарҙың телдәрен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү мөмкинлеге лә бар. Беҙ киң тел әҙерлеге, Этномәҙәни компоненттар индереү, Башҡортостан халыҡтары телдәренә мөрәжәғәт итеү менән федераль стандарттар нигеҙендә полилингваль белем биреү моделен төҙөйбөҙ. Полилингваль белем биреүҙе мәктәпкәсә йәштән башларға кәрәк. Беҙ был юлдан биш йыл барабыҙ. Өфөлә полилингваль балалар баҡсаһы асылды, 50 балалар баҡсаһында 70-тән ашыу полилингваль төркөм булдырылды”, — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Фекер...

Эльвира Айытҡолова, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты:

Полилингваль белем биреүҙең Рәсәйҙә мәғариф системаһының киләсәге булыуын аңлайбыҙ, айырыуса милли төбәктәрҙә. Бөтә балаларҙың да тиерлек билингваль (ике телле) булыуын күрәбеҙ: туған телдәрҙе һәм дәүләт рус телен беләләр. Ата-әсәләрҙең сит телдәрҙе белеүгә һорауы ла ҙур, шуға күрә ошо йүнәлештәрҙе иҫәпкә алып, заманса белем биреү мөхитен булдырырға кәрәклеген аңлайбыҙ. Һәм был һорауға яуап булып полилингваль һәм ике телле мәктәптәр тора. Бөгөн беҙ Асҡын 2-се балалар баҡсаһында полилингваль һәм билингваль төркөмдәрҙең нисек уңышлы эшләүен күреп һоҡландыҡ. Йыл һайын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дәүләт телдәрен, БР халыҡтары телдәрен һаҡлауға Һәм үҫтереүгә гранттар бүлә. Асҡын педагогтарының уларҙы алырға ирешеүе бигерәк тә ҡыуаныслы.  Беҙҙә «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының дәүләт телдәрен Һаҡлау һәм үҫтереү»  дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә системалы эш алып барыла.

Наилә Имаева.

Асҡынға Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова килде
Асҡынға Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова килде
Асҡынға Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова килде
Асҡынға Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова килде
Асҡынға Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова килде
Асҡынға Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова килде
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: