Афарин!
2 Сентября 2025, 07:10

Баланы мәктәпкә оҙатҡанда ниндәй доға уҡырға?

Үҙегеҙ дә, балағыҙ ҙа һәр эште ошо һүҙҙәр менән башлағыҙ. 

Баланы мәктәпкә оҙатҡанда ниндәй доға уҡырға?Баланы мәктәпкә оҙатҡанда ниндәй доға уҡырға?
Баланы мәктәпкә оҙатҡанда ниндәй доға уҡырға?

1 сентябрҙә күптәр өсөн яңы тормош башлана. Кемдер балаһын – 1-се класҡа, кемдер 11-сегә оҙата. Кемдер үҙе мәктәптә эшләй.

Нисек кенә булмаһын, өй эштәре, контроль эштәр, имтихан тип борсолған осорға аяҡ баҫтыҡ.

Баланы мәктәпкә ниндәй доға уҡып оҙатырға? Бәлки, балаға өйрәтеп ҡуйырға кәрәкле берәй доға барҙыр?

Үҙегеҙ дә, балағыҙ ҙа һәр эште ошо һүҙҙәр менән башлағыҙ:

Бисмилләһир-рахманир-рахим.

Рәхимле һәм Шәфкәтле Аллаһтың исеме менән!

Рабби йәссир уа ләә туғәссир. Рабби тәммим бил-хайр.

Раббым! Һәр эшемдә еңеллек бир. Раббым! Миңә башлаған һәр эшемдә хәйерле аҙағын насип ит.

Рабби зиднии ғилмән.

И, Раббым! Ғилемемде арттыр («Та Һа» сүрәһе, 114-се аят).

Аллаһүммә-нфәғнәә бимәә ғәлләмтәнәә үә ғәллимнәә мәә йәнфәғүнәә үә зиднии ғилмән.

Йә, Аллаһым! Беҙҙең ғилемдәребеҙҙе файҙалы итһәң, беҙҙе файҙалы ғилемдәр менән бүләкләһәң һәм уларҙы арттырһаң ине.

Рабби-шрах лии садрии үә йәссир лии әмрии үәхлүл ғүкдәтәм-минәл лисәәни йәфҡаһу ҡаүлии.

И, Раббым! Минең күкрәгемде киң ҡыл! Эшемде миңә еңел ҡыл. Һүҙемде яҡшы аңлай алһындар өсөн, телемдәге төйөнде сис! («Та Һа» сүрәсе, 25-28).

Фото: fotobank02.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас