Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
26 Август 2025, 08:55

Яңы уҡыу йылына шәп бүләк!

Бөгөн  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  мәктәп директорҙарына  яңы автобустарҙың асҡыстарын тапшырҙы. Яңы уҡыу йылына шәп бүләк алыусылар араһында  асҡындар ҙа бар!  

Яңы уҡыу йылына шәп бүләк!Яңы уҡыу йылына шәп бүләк!
Яңы уҡыу йылына шәп бүләк!

Һөйөнсө:  Асҡын 2-се, Ҡашҡа, Иҫке Ҡаҙансы, Петропавловка мәктәптәре яңы автобуслы булды!

"Бөгөн республиканың ауыл һәм ҡала мәктәптәре директорҙарына 200 — ҙән ашыу автобус һәм еңел автомобиль тапшырҙыҡ. Улар-федераль һәм республика бюджеттары аҡсаһына һатып алынған ватан машиналары.

Яңы мәктәп автобустары — көн һайын мәктәпкә йөрөгән балаларыбыҙ өсөн өҫтәмә уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек. Беҙ быны яҡшы аңлайбыҙ, шуға күрә автопаркты яңыртыу буйынса эште өҙлөкһөҙ алып барабыҙ. 2019 йылдан алып беҙҙең мәктәптәр 900-гә яҡын яңы автобус алды.

Бөтә балаларҙы, уларҙың ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларын яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлайым. Мәктәп автобустары водителдәренә мөһим һәм бик кәрәкле хеҙмәте, балаларыбыҙға яҡшы мөнәсәбәте өсөн рәхмәт белдерәм», — тине  Радий Хәбиров тантаналы сарала.

Фекер...

Илһам Ғәләүетдинов, Асҡын 2-се урта мәктәбе директоры:

— Бик уңайлы автобустар. Иң мөһиме — өҫтәмә йылытыу системаһы бар. Иң бәләкәй уҡыусылар өсөн хәүефһеҙ ултырыу һәм автомобилдән төшөү өсөн өҫтәмә баҫҡыстар бар. Әлегә тиклем беҙ биш ауылдан уҡыусыларҙы биш автобуста мәктәпкә алып килә инек. Яңы уҡыу йылынан тағы ике ауыл өҫтәлде. Шуға бөгөн биргән яңы 16 урынлыҡ "Газель" автобусы беҙҙең өсөн ҙур бүләк булды.  

Һуңғы тапҡыр беҙҙең автопарк 2021 йылда тулыланғайны. Автобус һаны артыуына беҙ бик шатбыҙ, сөнки уҡыусыларыбыҙ йыш ҡына республика һәм зона ярыштарына йөрөй.  Республика Башлығы Радий Хәбировҡа  һәм үҙебеҙҙең министрлыҡҡа   яңы уҡыу йылына ошондай бүләк биргәндәре  өсөн рәхмәт!”

Наилә Имаева.

Яңы уҡыу йылына шәп бүләк!
Яңы уҡыу йылына шәп бүләк!
Яңы уҡыу йылына шәп бүләк!
Яңы уҡыу йылына шәп бүләк!
Яңы уҡыу йылына шәп бүләк!
Яңы уҡыу йылына шәп бүләк!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас