

Тәрән тамырлы Әхмәтгәрәй нәҫелен дауам итеүселәр тарих һәм йәшлек эҙҙәрен һаҡлаған Бәкер тауында урынлашҡан Изге шишмә янында нәҫел тамырҙарын барлау, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөү, туғандары һәм яҡындары менән осрашыу өсөн ҡорға йыйылды.
“Туғандарҙы осраштырырға, күрештерергә ярҙам иткән был матур сараны ойоштороу өсөн Ләйсән Туҡтағол ҡыҙы ҙур көс һалды.
Билдәләнгән ваҡытҡа төрлө яҡтарҙан туғандар килеп етте. Ҡубияҙ ауылының рухи-мәҙәни тормошон балҡытҡан Әхмәтгәрәй нәҫеленең үҙенсәлекле ҡоро төрлө тарафтарҙа ғүмер иткән, күптән осраша алмаған туғандарҙы күрештерҙе, иркенләп аралаштырҙы, йырлатты, бейетте, спорт сараларында һәм халыҡ уйындарында көс һынатты. Бергә йыйылған саҡта нәҫелебеҙҙең хөрмәтле оло быуын вәкилдәре йәш быуынға нәҫел ептәрен барлап, шәжәрәне һөйләне, нәҫел тарихына бәйле иҫтәлектәр менән уртаҡлашты.
Ҙур байрам табыны ҡороп, усаҡта бешкән тәмле аш-һыуҙарҙы ашап, туйғансы аралашып, тағы ла осрашырға яҙһын, тигән изге теләктә, рухи күтәренкелек, бөтмәҫ дәрт-дарман алып таралыштыҡ", — тип хәбәр итте ошо нәҫелде дауам итеүсе Резеда Рәүзәт ҡыҙы Ибраһимова.
Наилә Имаева.