Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
21 Август 2025, 02:30

Күргәҙмәлә — район тарихы һәм йөҙө

Асҡын районының 95 йыллыҡ юбилейына арналған концерт алдынан район Мәҙәниәт йорто фойеһында район йөҙөн сағылдырған, урындағы оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан әҙерләнгән күргәҙмә эшләне.  

Күргәҙмәлә  —  район тарихы һәм йөҙөКүргәҙмәлә  —  район тарихы һәм йөҙө
Күргәҙмәлә — район тарихы һәм йөҙө

Күргәҙмәлә иғтибарҙы иң элек Асҡын тарих-тыуған яҡты  ѳйрәнеү музейының райондан сыҡҡан билдәле шәхестәргә, райондың тарихына арналған бай йѳкмәткеле стендтары йәлеп итте.

Асҡын биләмә-ара үҙәкләштерелгән китапханаһы әҙерләгән китап-журналдар күргәҙмәһе лә районыбыҙ тураһында бай мәғлүмәт өләште.

Урындағы үҙмәшғүл ҡатын-ҡыҙҙар етештергән продукция  барыһының да иғтибарын йәлеп итте.

Оҫталар етештергән башҡорт милли кейемдәрен һәм биҙәүестәрҙе, балалар кейемдәрен, төрлө тәбрикләүҙәр өсөн әҙерләнгән сувенирҙарҙы, емеш-еләктән  ҡаҡтар, чипсылар, киптерелгән еләктәрҙе һәм башҡа тѳрлѳ зауыҡлы әйберҙәрҙе халыҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.

Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр  сәйәсәте идаралығының Йәштәр бүлеге әҙерләгән тематик фотозона эргәһенән дә кеше өҙөлмәне.

Наилә Имаева.

Күргәҙмәлә  —  район тарихы һәм йөҙө
Күргәҙмәлә  —  район тарихы һәм йөҙө
Күргәҙмәлә  —  район тарихы һәм йөҙө
Күргәҙмәлә  —  район тарихы һәм йөҙө
Күргәҙмәлә  —  район тарихы һәм йөҙө
Күргәҙмәлә  —  район тарихы һәм йөҙө
Күргәҙмәлә  —  район тарихы һәм йөҙө
Күргәҙмәлә  —  район тарихы һәм йөҙө
Күргәҙмәлә  —  район тарихы һәм йөҙө
Күргәҙмәлә  —  район тарихы һәм йөҙө
Күргәҙмәлә  —  район тарихы һәм йөҙө
Күргәҙмәлә  —  район тарихы һәм йөҙө
Күргәҙмәлә  —  район тарихы һәм йөҙө
Күргәҙмәлә  —  район тарихы һәм йөҙө
Күргәҙмәлә  —  район тарихы һәм йөҙө
Күргәҙмәлә — район тарихы һәм йөҙө
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас