

“Кәрәҙ” – биш коммуникацион-уҡытыу майҙансығы, бында педагогтар үҙҙәренең тәжрибәһе, ҡаҙаныштары менән уртаҡлаша, педагогик оҫталығын, эрудицияһын күрһәтә, яңы мөмкинлектәр аса.
Бөгөн Благовещен ҡалаһында "Кәрәҙ" бишенсе республика педагогик марафонының зона этабы үтте.
Унда Асҡын 1-се һәм 2-се урта мәктәптәренән Рәшит Нурлығаян улы Әсләмов, Гүзәл Муллайән ҡыҙы Усманова, Алиә Мөхтәсәр ҡыҙы Сафина, Илүзә Риза ҡыҙы Шәмсетдинова, Разалия Әмин ҡыҙы Шәйхинуроваларҙан торған йыйылма команда ҡатнашты.
Әйткәндәй, бөгөн Алия Мөхтәсәр ҡыҙы тыуған көнөн билдәләй. Ошо уңайҙан уны М. Аҡмулла исеменддәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Универсаль педагогик компетенциялар технопаркы директоры Сергей Сергеевич Переверзев үҙе ҡотлай!
Районыбыҙ “кәрәҙ”селәренең кураторы булып нисә йылдар инде үҙ эшенең оҫталары булған ижади ҡарашлы педагогтар Алевтина Васильевна Солодова менән Елена Леонидовна Ханжина тора.
Йыл һайын сценарий әҙерләүҙә, слайдтарҙы биҙәүҙә Лиана Ҡәҙим ҡыҙы Вәлинурова, Татьяна Евгеньевна Зубова әүҙем ҡатнаша, улар команданың уңышлы сығышына ҙур өлөш индерә. Техник ярҙамды Ләйсән Әнфәл ҡыҙы Мәғруфова күрһәтә.
Марафон уҡытыусылар өсөн һөнәри үҫеш, квалификацияны күтәреү, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булып тора.
Жюри хөкөмөнә конкурста ҡатнашыусылар «Уңыш симфонияһы: 5 йыл бергә!» визит карточкаһы күрһәтә һәм «Бөйөк Еңеү эҙҙәре буйлап: киләсәк өсөн илһам» демодәресе үткәрә.
Асҡын командаһы барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үтеп, конкурс йомғаҡтары “Перспективалы ҡараш” номинацияһында билдәләнде.
“Кәрәҙ”ҙә ҡатнашыу уҡытыусыларыҙға өсөн һөнәри үҫеш һәм камиллашыу өсөн яҡшы стимул була.
Наилә Имаева.