Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
21 Август 2025, 05:00

Бүләк отоусыларҙы ихлас ҡотлайбыҙ!

25 сентябрҙә “Юлдаш”  радиоһы 25 йыллыҡ юбилейы уңайын “Өфө-Арена”ла  ҙур тантаналы сара уҙасаҡ.  Әле йыр-моң байрамына әҙерлек бара. Ошо тамашаға  билет алыусылар араһында  кисә "Билет ал һәм бүләк от" конкурсы  үтте һәм өс еңеүсе 20 август 16:00 сәғәттә ★ Lizaonair махсус программаһы ярҙамында билдәләнде. Бүләк отоусылар хаҡында сайтыбыҙҙа:

Бүләк отоусыларҙы  ихлас ҡотлайбыҙ!Бүләк отоусыларҙы  ихлас ҡотлайбыҙ!
Бүләк отоусыларҙы ихлас ҡотлайбыҙ!

Яратҡан радиобыҙҙы һәм уның күп һанлы тыңлаусыларын ҡотларға “Өфө-Арена”ның ҙур сәхнәһенә Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү, Ҡазағстан, Ҡытайҙан популяр башҡарыусылар йыйыла.

Халыҡ-ара фестивалдә Элвин Грей, “Бишбармак” оркестры, Зәйнетдин, Илсиә Бәҙретдинова, Акимхан Маженов һәм Аҡбота Көснәдин, Нәзифә Ҡадирова, Айҙар Ғәлимов, Иҙрис Ғәзиев, Рөстәм Ғиззәтуллин, Bebi TI һәм Азамат Тимеров, Фәдис Ғәниев һәм Лилиә Биктимерова, Фәрүәз Урманшин һәм Резеда Әминева, Гөлназ Асаева һәм Вилли, Зинира менән Ризат Рамазановтар, Рәсул Ҡарабулатов, Азат Йыһаншин, Иҙел Нурғәлин, Эдуард Хөснөтдинов, Сәғиҙулла Байегет, Гөлсөм Бикбулатова, Рамаҙан Биккинин, Илнур Рамаҙанов, ХуанСу, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия бейеү ансамбле һәм башҡа популяр артистар сығыш яһай.

Сирек быуат дауамында “Юлдаш” – республика рупорына әйләнгән радио, халыҡты тәүгеләрҙән булып яңылыҡтар менән таныштыра, рәсми мәғлүмәттәр еткерә, халыҡ менән һайлау кампанияларында ҡатнаша, баҫыу эштәрен яҡтырта, иҡтисад, социаль тормош, еңеүҙәр һәм проблемалар тураһында һөйләй. Мохтаждарға ярҙам итә, донъяға һибелеп йәшәгән милләттәштәрҙе берләштерә, хәйриә акциялары ойоштора. Матур йолаларҙы, телде, рухты һаҡлай, тарихты оноттормай, шул уҡ ваҡытта заман менән бергә атлай. Тимәк, Башҡортостандың айырылғыһыҙ бер өлөшө булып эшләй һәм йәшәй. Шуның өсөн дә төп ниәт: “Юлдаш”тың юбилейын халыҡ байрамы итеп билдәләү.

“Беҙҙең көндәлек хеҙмәт, тәүлек әйләнәһенә эшләгән эфир, тапшырыуҙар һәм йырҙар, һөйөүебеҙ – барыһы ла тыңлаусыларыбыҙ өсөн. Был көндөң “халыҡсан” радионың тыңлаусылары күңелендә популяр башҡарыусылар менән генә түгел, 25 йыл дауамында оҙата килгән моңло йырҙар, иҫтәлекле бүләктәр, йылы мөхит, илһамландырыр осрашыуҙар менән хәтерҙә ҡалыуын теләйбеҙ. Барығыҙҙы ла беҙҙең уртаҡ байрамда көтәбеҙ!" – ти ойоштороусылар.

Конкурста ҡатнашыу шарты ябай ине: тамашаға билет алып, "Юлдаш" төркөмөндә тейешле пост  аҫтында комментарийға алған билетығыҙҙың фотоһын һалырға ине. "Билет ал һәм бүләк от" конкурсы еңеүселәре кисә билдәле булды. Улар барыһы ла Асҡындан "Юлдаш" радиоһын яратып тыңлаусылар!

I урын - Альмира Миңлеғәлиева (Самауыр отто)
II урын - Нурия Шәрәфетдинова (аҡыллы колонка)
III урын - Гөлназ Ғаянова (аҡыллы колонка)

Райондаштарыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ә "Юлдаш"  радиоһын 25 йыллыҡ юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Наилә Имаева.

Бүләк отоусыларҙы  ихлас ҡотлайбыҙ!
Бүләк отоусыларҙы ихлас ҡотлайбыҙ!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас