

Махсус хәрби операция башланғандан алып район халҡы ярҙамы менән яугирҙарға тонналап гуманитар ярҙам йыйылды һәм оҙатылды. Ошо көндәрҙә сираттағы ылау - аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡтар, экипировка һәм техниканан тыш, махсус хәрби операция зонаһына “Нива” автомобилдәре лә юллана.
Бер машинаны Ҡашҡа ауылында тыуып үҫеп, байтаҡ йылдар районыбыҙҙа эшләп, бөгөн иһә Ҡариҙел районында ғүмер итеүсе Ришат Лотфуллин ғаиләһе исеменән һатып ала. Ришат Мөхәммәт улы бөгөн Абыҙ мәктәбендә директор булып хеҙмәт һала.
“Тормош иптәшем Илүсә Илгиз ҡыҙы менән кәңәшләшеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам йөҙөнән автомобиль һатып алып ебәрергә булдыҡ. Был машина Ватаныбыҙ именлеген һаҡлап, яуҙа йөрөгән яҡташтарыбыҙға ярҙам итер, бәлки кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарыр”, - ти илһөйәр яҡташыбыҙ Ришат Мөхәммәт улы.
Әйткәндәй, Ришат Лотфуллиндың был беренсе ярҙамы ғына түгел. Ул ошоға тиклем дә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеп килде. Мәҫәлән, 2022 йылдың көҙөндә, Асҡын ауыл Советы башлығы булып эшләгән сағында, яугирҙарыбыҙға тимер мейес (буржуйка) иретеп йәбештереп ебәрә. Ә 2023 йылда Ҡашҡа ауылынан класташтары Ришат Фәйезов һәм Рәсүл Зиннәтуллин менән бергәләп махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдаштарына ярҙам итеү маҡсатында “Нива” автомобиле һатып ала. Егеттәр уны тейешенсә йыһазландырып, камуфляж рәүешендә буяй. Был техника гуманитар ярҙам менән бергә оҙатыла. Үткән йыл Абыҙ мәктәбе коллективы менән бергәләп "Иж Планета -5" мотоциклын һатып алып ебәрәләр.
“Махсус хәрби операцияла дуҫтарым, туғандарым ҡатнаша. Уларҙың ниндәй шарттарҙа йәшәп, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, Тыуған илебеҙ именлеген һаҡлауын белеп торабыҙ. Шуға беҙ яҡташтарыбыҙға ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә бурыслы. Яугирҙарыбыҙ иҫән-һау Еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын!” — ти Ришат Мөхәммәт улы.
Наилә Имаева.