

Районыбыҙ халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыуға беренсе көндәрҙән үк әүҙем ҡушылды һәм был изге эш бөгөн дә дауам итә. Шуныһы ҡыуаныслы, халҡыбыҙ берҙәм һәм татыу, һәр кем ҡулынан килгәнсә үҙ өлөшөн индерергә тырыша: маскировка селтәрҙәре үреү, кейем-һалым тегеү, ойоҡбаштар бәйләү, аҙыҡ-түлек әҙерләү, дарыу үләндәре киптереү, миндек бәйләү, окоп шәмдәре яһаумы... Яҡташтарыбыҙға күрһәтелгән ярҙамдың ҡайһы төрөн генә алһаҡ та, бөгөн барыһы ла кәрәк һәм мөһим.
Махсус хәрби операцияла илебеҙ именлеген һаҡлаған яугирҙарға ярҙам итеүҙең тағын бер төрө — ул да булһа хәйриә концерттары ойоштороп үткәреү. Шундай концерттарҙың береһе билдәле яҡташыбыҙ — шағирә, композитор, тамада Рәбинә Кәлимуллина тарафынан ойошторолоп, “Улдарыбыҙ хаҡына” исеме аҫтында Әмир ауыл клубында гөрләп уҙҙы. Әйткәндәй, хәйриә концерттарын Рәбинә Хатиф ҡыҙы беренсе тапҡыр ғына ойоштормай, йыл һайын бындай сараларҙы үткәреп тора.
Сара иҫ киткес мөхиттә, бер тында үтә. Һәр сығышта Тыуған илгә һөйөү, хөрмәт, уның менән ғорурланыу хистәре, еңеүгә ышаныс, өмөт сағылыш таба, әсәйҙәргә йылы һүҙҙәр әйтелә, уларға бағышлап йырҙар яңғырай.
— Хәйриә концерттары ойоштороп, беҙ Ватан һаҡсыларына, лайыҡлы улдар тәрбиәләгән әсәләргә рәхмәтебеҙҙе әйткебеҙ килә. Бөгөн улдары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, Тыуған ил мәнфәғәтен һаҡлағанда батырҙарса һәләк булған яугирҙарҙың әсәләре, шулай уҡ күп балалы әсәләр сарала айырым иғтибарға лайыҡ булды. Уларҙы сәхнәгә саҡырып ҡотланыҡ, батыр, ил яҙмышына битараф булмаған улдар тәрбиәләгәндәре өсән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙек. Хөрмәтле әсәләргә бағышлап иң матур йырҙарымды башҡарҙым, шиғырҙарымды уҡыным. Концертта шулай уҡ Алия Хәйҙәрова — моңло йырҙар, уның ҡыҙы Алһыу Хәйҙәрова дәртле бейеүҙәр бүләк итте, ә виртуоз гармунсы Нәжип Ғилметдинов беҙҙең сығыштарҙы сихри гармун моңдарына күмде, үҙе лә йырҙар башҡарҙы, — тип һөйләне Рәбинә Кәлимуллина һәм концертты ойошторорға ярҙам иткән Әмир ауыл клубында мәҙәни саралар ойоштороусы Ғәзимә Зәйнетдиноваға рәхмәт белдерҙе.
Тамсыларҙан күл йыйыла, ти халыҡ мәҡәле. Бындай саралар матди яҡтан ярҙам итеүҙән тыш, халҡыбыҙҙы бер маҡсатта берләштерә.
Барыбыҙҙы ла бер теләк берләштерә: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙ иҫән-һау Еңеү менән ҡайтһын
Махсус хәрби операция башланғас, ҙур булмаған Әмир ауылынан 11 ир-егет ил именлеген һаҡларға юллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икеһенә — Таһиров Фидан һәм Ғайнанов Булатҡа тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтырға насип булмай. Әмирҙәр батыр яҡташтырының ҡаһарманлығын тәрән хөрмәт менән иҫкә ала.
Гөлназ Ҡадырова.
Фото архивтан.