Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
10 Август 2025, 03:10

Стәрлетамаҡтар – ысын хеҙмәтсәндәр!

9 августа Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров V «Сауҙагәр 2.0»ҡунаҡсыллыҡ фестивалендә булды.

Стәрлетамаҡтар – ысын хеҙмәтсәндәр!Стәрлетамаҡтар – ысын хеҙмәтсәндәр!
Стәрлетамаҡтар – ысын хеҙмәтсәндәр!

2022 йылда сара Russian Event Awards милли әһәмиәтле ваҡиғалар календарына индерелә. 2025 йылда ул «Таланттар хазинаһын ас» лозунгыһы аҫтында үтә. Унда Башҡортостандан, күрше төбәктәрҙән, шулай уҡ Ҡаҙағстандан һәм Үзбәкстандан 300-ҙән ашыу һөнәрсе ҡатнаша. Фестиваль өс көн  - 8, 9 һәм 10 август дауам итә. Уның сиктәрендә бер нисә майҙансыҡ, шул иҫәптән һөнәрселек йәрминкәһе һәм оҫталыҡ дәрестәре зонаһы эшләй. Байрам ҡунаҡтары өсөн Стәрлетамаҡ, республика ҡалалары һәм райондары, ил төбәктәре ижади коллективтары ҡатнашлығында концерт әҙерләнгәйне.

– Стәрлетамаҡ - ысынлап та матур ҡала, ә стәрлетамаҡтар – ысын хеҙмәтсәндәр. Һеҙгә рәхмәт әйтергә теләйем, сөнки был ауыр ваҡытта беҙ һеҙҙең менән бергә алға барабыҙ, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығабыҙ һәм яратҡан республикабыҙҙы үҫтерәбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы. - Бишенсе тапҡыр бында бөтә илдән һәм башҡа дәүләттәрҙән иң һәләтле, ижади кешеләр килә.

Төбәк етәксеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә ҡала халҡының ҙур ролен билдәләне.

- Хәҙер был беҙҙең өсөн иң мөһим бурыс, һәм беҙ уны үтәйбеҙ. Рәхмәт һеҙгә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Республика Башлығы Стәрлетамаҡ халҡын һәм ҡунаҡтарын байрам менән ҡотланы. 

Төбәк башлығы «Йыл меценаты» конкурсы еңеүселәренә наградалар тапшырҙы, йола буйынса, «Сауҙагәр 2.0»фестивале сиктәрендә уға йомғаҡ яһала. Быйыл Стәрлетамаҡта хәйриә эшмәкәрлегендә иң әүҙем ҡатнашыусылар - «Риком» компаниялар төркөмө, «РОНА» компанияһы, «Новое время» һәм «Стройиндустрия Олимп» компаниялар төркөмө. Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы, «Сауҙагәр 2.0» фестивале республикала креатив индустрия үҫешенә яңы импульс бирҙе, тип билдәләне.

- Беҙҙең кешеләр бик талантлы. Бөгөн беҙ әкренләп һөнәрҙәрҙе тергеҙәбеҙ. Был еңел булмаған бурыс-ярҙам сараларын, һөнәрселәрҙең үҙ изделиеларын һата алырлыҡ сараларҙы уйларға кәрәк. Һәм "Сауҙагәр 2.0" фестивале тап ошо хаҡта. Был – ижади индустрияларҙы үҫтереү буйынса ҙур эш. Республикала ижади продукттар булдыра алған бик күп кеше был эш менән шөғөлләнергә теләй. Һәм беҙ уларға ярҙам итергә тейеш, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

https://glavarb.ru/ru/news/event/V-festival-gostepriimstva-kupec-20-v-sterlitamake-81007/

Автор:Аклима Имамова

Стәрлетамаҡтар – ысын хеҙмәтсәндәр!
Стәрлетамаҡтар – ысын хеҙмәтсәндәр!
Стәрлетамаҡтар – ысын хеҙмәтсәндәр!
Стәрлетамаҡтар – ысын хеҙмәтсәндәр!
Стәрлетамаҡтар – ысын хеҙмәтсәндәр!
Стәрлетамаҡтар – ысын хеҙмәтсәндәр!
Стәрлетамаҡтар – ысын хеҙмәтсәндәр!
Стәрлетамаҡтар – ысын хеҙмәтсәндәр!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас