Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
9 Август 2025, 04:20

Чемпиондар тәрбиәләгән тренер Фәрдүс Зөлфәт улын лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһендәге маҡтаулы хеҙмәткәре, Асҡын 2-се урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Фәрдүс Зөлфәт улы Әхмәтов  Физкультурниктар көнө айҡанлы "Башҡортостан" ижтимағи-сәйәси гәзитенең "Бәйләнештә" төркөмөндә ойошторолған "Улар сәләмәт торош яҡлы" тип исемләнгән конкурста өсөнсө урын яуланы. Оло хөрмәткә лайыҡ райондашыбыҙҙы, йәштәрҙең кумиры булған талантлы, тәжрибәле тренерҙы  ихлас күңелдән лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Чемпиондар тәрбиәләгән  тренер Фәрдүс Зөлфәт улын лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!Чемпиондар тәрбиәләгән  тренер Фәрдүс Зөлфәт улын лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Чемпиондар тәрбиәләгән тренер Фәрдүс Зөлфәт улын лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

“Барыһы ла  спортсы була алмай, әммә бөтәһе лә спорт менән шөғөлләнергә тейеш”, - тип Фәрдүс Зөлфәт улы. Үҙенең дә физкультура уҡытыусыһы булып эшләүенә өс тиҫтәнән ашыу йыл үткән. Ул Асҡындағы 2-се урта мәктәптә уҡыта.

Фәрдүс Әхмәтов үҙенең мәктәптә физкультура уҡытыусылары булған Фәрит Рәхимйән улы Ғәниевте, Марсель Ғәлишан улы Сәлимгәрәевте ҙур хөрмәт менән иҫкә ала.

Фәрдүс Зөлфәт улы мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инә. Унда белем алғанда һәм артабан әрме хеҙмәтендә, башҡа урындарҙа эшләгәндә - һәр ерҙә - Фәрдүс Әхмәтов өсөн сәләмәт тормош алып барыу иң беренсе урында була. “Спорт һәм физкультура менән шөғөлләнеү иң башта уҡыусыларҙың үҙҙәренә кәрәк. Һәр уҡыусыға дәрескә ҡыҙыҡһыныуын юғалмаһын һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшһен өсөн айырым ҡараш зарур. Нимә менән шөғөлләнәһең, шуны ысын күңелдән башҡарырға кәрә”, - ти Фәрдүс Зөлфәт улы.

Уҡыусылары үҙҙәренең ғәҙел уҡытыусыһын хөрмәт итә. Өҫтәүенә уның дәрестәре бик мауыҡтырғыс үтә. Зөлфәт Әхмәтов уҡытыусы-тренер ҙа: ул грек-рим көрәше, билбаулы көрәш буйынса секцияларҙы алып бара.

Һәләтле уҡытыусы һәр ваҡыт үҙе өҫтөндә эшләй, яңы маҡсаттарҙы ҡуя һәм уларҙы бойомға ашырырға ынтыла. Өҫтәүенә ғаиләһе лә уның – ныҡлы ҡәлғәһе. Ҡатыны Нәфисә Миңлемөхәммәт ҡыҙы һәм балалары, ейәндәре Фәрдүс Зөлфәт улының барлыҡ башланғыстарын хупларға, терәк булырға тырыша.

Фәрдүс Зөлфәт улының фиҙакәр хеҙмәте “Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһендәне маҡтаулы хеҙмәткәр” тигән мәртәбәле исем менән баһаланған.

Физкультурниктар көнө уңайынан “Башҡортостан” гәзите “Бәйләнештә” төркөмөндә ойоштоолған “Улар сәләмәт тормош яҡлы” тип аталған конкурста 1-се урынды Иглин районының Иглин ауылындағы Данис Тикеев исемендәге 4-се мәктәп директоры урынбаҫары, Шайморатов кластары кураторы һәм физик культура уҡытыусыһы Илназ Әмир улы Таһиров яуланы.

2-се урынға Башҡортостан дәүләт медицина университетының физик культура кафедраһы өлкән уҡытыусыһы, фармацевтика факультеты деканының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, спорт көрәше буйынса тренер, хәрби хәрәкәттәр ветераны Илнар Айрат улы Салауатов сыҡты.

3-сө урында - Асҡындағы 2-се урта мәктәптә физкультура уҡытыусыһы, тренер булып эшләгән Фәрдүс Зөлфәт улы Әхмәтов.

Уларға “Башҡортостан” гәзитенең дипломы тапшырыласаҡ һәм улар хаҡында гәзит битендә мәҡәлә донъя күрәсәк. Еңеүселәрҙән бер аҙға ғына артта ҡалған, әммә баштан уҡ алдынғы урындарҙа барған Ҡариҙел балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тәжрибәле тренеры Алмас Мансур улы Әхмәтғәлиевкә гәзитебеҙҙең Рәхмәт хатын тапшырырға тигән ҡарарға килә ойоштороу комитеты.

Тормошон спорт менән бәйләгән, йәш быуын вәкилдәрен һәм башҡаларҙы сәләмәт тормош алып барыуға өндәгән физкультура уҡытыусыларын, тренерҙарҙы, спортсыларҙы һәм башҡаларҙы  Физкультурниктар көнө менән ҡотлайбыҙ. Уларға ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, яңы еңеүҙәр һәм һәләтле тәрбиәләнеүселәренең күп булыуын теләйбеҙ. Именлектә эшләргә һәм йәшәргә яҙһын!

Наилә Имаева. 

Чемпиондар тәрбиәләгән  тренер Фәрдүс Зөлфәт улын лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Чемпиондар тәрбиәләгән  тренер Фәрдүс Зөлфәт улын лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Чемпиондар тәрбиәләгән тренер Фәрдүс Зөлфәт улын лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас