+30 °С
Болотло


Бөгөн Асҡын ауылында “Йәшлек” паркында сираттағы өмә гөрләп уҙҙы. Район үҙәгендәге ойошма һәм учреждениелар коллективтары берҙәм барып, үҫкән үләнде сабып, йыйҙы. Парк, иркен тын алғандай, йәмләнеп ҡалды.
Өмәселәр шулай уҡ пляж волейболы уйнар өсөн майҙансыҡта ҡомдо ла тигеҙләп таратып ҡуйҙы.
Берҙәмлектә — көс, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. Берҙәм тотонғас, эш ырамлы барҙы.
Наилә Имаева.