

Ысынлап та, был урында ял итеүселәрҙән әленән-әле ыңғай баһа һәм матур тәьҫораттар ишетеп торабыҙ. Ял базаһы районыбыҙҙың иң матур мөйөшөндә — хозур тәбиғәтле Солтанбәк ауылында урынлашҡан. Үҙ эшен асыу идеяһы нисек барлыҡҡа килеүе һәм туристарҙың йылға буйлап ағыу барышында нимәләр күрә алыуы тураһында Данис Суфиянов һөйләне:
- Тыуған ауылымда ял базаһын асыу һәм Сарс йылғаһы буйлап ағып төшөү ойоштороу тураһында күптән хыяллана инем. Теләгем: үҙебеҙҙең яҡтың матурлығын күберәк кешеләргә күрһәтеү.
Данис Вәлинур улының ял базаһын асыу идеяһын тормош иптәше Ләйсән Марат ҡыҙы ла хуплай һәм һәр саҡ уның ярҙамсыһы, кәңәшсеһе, дәртләндереүсеһе була. Шуға ла Данис Суфиянов маҡсатына ышаныслы аҙымдар менән атлай. 2022 йылда район хакимиәте башлығы ҡатнашлығында үткән «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы кәңәшмәлә үҙенең бизнес-планын тәҡдим итә.
— Шул саҡта планымды хупланылар һәм мин дәртләнеп эшкә тотондом. Ер участкаһы һатып алып, уны үҙ көсөбөҙ менән төҙөкләндерә башланыҡ: туристар өсөн алты урынлыҡ бер өй, 60 урынлыҡ беседка, асыҡ һауала аш-һыу бешереү урыны, мунса, атынғыстар, чан, пирстар төҙөп ҡуйҙыҡ, — тип дауам итә Данис Суфиянов. — Мәшғүллек үҙәге аша былтыр 350 мең һум күләмендә субсидия алдыҡ. Был аҡсаға катамарандар, сапбордтар һәм кәрәкле туристик ҡорамалдар һатып алдыҡ.
“Солтанбәк. Хәләл" ял базаһында Сарс йылғаһында тәүге ағып төшөү уҙған йылдың 15 июлендә ойошторолдо. Маршрут Сураш ауылында Һабантуй болононан башланып, Солтанбәктә беҙҙең базаға тиклем бара. Уның дөйөм оҙонлоғо яҡынса 15 километр тәшкил итә. Йылға буйлап ағып төшөүгә (туҡталыштар менән бергә) уртаса биш-алты сәғәт ваҡыт уҙа. Бынан тыш, беҙҙең базанан Муллаҡай ауылына Ҡариҙел йылғаһына тиклем дә маршрут бар. Сарстан ағып төшкәндә туристар Мүктау буйында туҡтап, яҫтыҡ кеүек мүккә ултырып, хозур тәбиғәткә һоҡланып, фотоға төшөргә ярата.
— Беҙҙең маршрут танылыу яулай бара. Ял итергә республикабыҙ һәм илебеҙ халҡы ғына түгел, хатта сит илдәрҙән дә киләләр. Мәҫәлән, күптән түгел беҙҙә Испания һәм Шотландия туристары ял итте! Улар Сураш ауылына туғандарына ҡунаҡҡа килә. Беҙҙең база тураһында ишеткәс, килеп ял итте. Уларға Сарс буйлап ағып төшөү ҙә, милли аш-һыуҙарыбыҙ ҙа, тәбиғәт тә бик оҡшаны, — ти Данис Вәлинур улы. — Туристарҙың теләге буйынса Таш-Соҡор мәмерйәһенә лә экскурсия ойошторабыҙ. Ул базанан биш километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Туристар әлегә тиклем өйрәнелмәгән был урынды бик оҡшатты. Ололар әйтеүенсә, мәмерйә элек 24 ҡаттан торған. Бөгөн икенсе ҡатҡа тиклем төшөп була, өсөнсө ҡат хәүефле. Был йүнәлеште үҫтерергә кәрәк әле. Туристик һуҡмаҡтарҙы ат маршруттары менән берләштерергә тигән уй бар, сөнки мин әле башҡорт аттарын үрсетеү менән дә шөғөлләнәм.
Шулай уҡ туристарҙың теләге буйынса парапланда осоу мөмкинлеге бар. Кем осоп ҡараған, иҫ киткес тәьҫораттар һәм адреналин ала.
— Беҙ файҙалы һәм күңелле ял итеү өсөн яҡшы шарттар булдырырға тырышабыҙ: базала мунса, чан, батут, ҡарағай урманындағы гамактар, балалар өсөн бассейн, бейеү майҙансығы, саралар өсөн сәхнә бар. Электр үткәрелгән, ҡараңғыла бөтә ер яҡтыртыла. МТС бәйләнеше тота, — тип һөйләй Данис Суфиянов. — Ял итеү базаһын беҙ юҡҡа ғына “Солтанбәк. Хәләл” тип атаманыҡ. Беҙҙә спиртлы эсемлектәр эсеү тыйыла! Аш-һыу әҙерләү өсөн беҙ хәләл аҙыҡ-түлек кенә ҡулланабыҙ. Ит, һөт ризыҡтары, йәшелсә – барыһы ла үҙ хужалығыбыҙҙан. Ҡатыным әҙерләгән тәмле шурпаны, былауҙы, торбаны, ҡоймаҡты ҡунаҡтар бик ярата.
“Сарс йылғаһы буйлап ағып төшөү — хозур тәбиғәттең матурлығынан ләззәт алып, әүҙем һәм файҙалы ял итеү ул, тип ышаныслы әйтә алабыҙ”, — ти Суфияновтар.
Теманы дауам итеп...
Республикала эске туризмға булышлыҡ итеү өсөн бик күп эштәр башҡарыла. Төбәк Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса эске туризм менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн гранттар һәм субсидиялар, һалым льготалары һәм административ йомшартыуҙар системаһын булдырырға ҡарар ителде. Республиканы үҫтереүҙә туристик йүнәлеш өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып һанала.
Башҡортостан туристар ағымының артыуы күҙәтелгән төбәктәр иҫәбенә инә. 2024 йылда Башҡортостан Республикаһы буйынса туристар ағымы 2,3 миллион берәмек тәшкил иткән. Төбәктең туристик инфраструктураһын үҫтереү иҫәбенә артабанғы ынғай динамиканы тәьмин итеү мөһим. 2023 йылда был маҡсатҡа 1,5 миллиард һум самаһы федераль средстволар йәлеп ителгән.
Наилә Имаева.