

Мишкә ауылында «Коммуналь инфраструктураны яңыртыу» федераль проекты сиктәрендә йылылыҡ трассаһына капиталь ремонт тулы ҡеүәтенә бара. Субподрядсы булып Радик Шәмсетдинов етәкселегендәге «Стройпроект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһай, ул күп йылдар инде был ойошма менән уңышлы етәкселек итә.
Ошо көндәрҙә 1-се лицей һәм «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы урынлашҡан Спорт урамындағы йылылыҡ трассаһын алмаштырыу башлана. Эштәрҙе 20 сентябргә тамамлау күҙаллана.