

Солтанбәк ауылындағы ҡабул итеү барышын беҙҙең редакция хеҙмәткәрҙәре лә күҙәтте. Иртәнге сәғәт 9.00 тулыу менән ауыл халҡы кәрәкле документтарын тотоп, фельдшер-акушерлыҡ пунктына йыйылды. Үҙәк район дауаханаһынан килгән медицина хеҙмәткәрҙәре уларҙы оҙаҡ көттөрмәне, билдәләнгән ваҡытҡа килеп тә етте.
Солтанбәк фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Резида Суфиянова әйтеүенсә, бөгөн медицина тикшерелеүе үтергә бирегә Солтанбәк, Сураш ауылы халҡы килгән, хатта Сиҙәштән килеүсе лә булған!
“Сәләмәтлек поезы" – ауыл халҡы өсөн район үҙәгенә бармайынса комплекслы тикшереү үтеү өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Ҡабул итеү бушлай алып барыла, алдан яҙылмайынса паспорт һәм ОМС полисы булыуы етә. Етди сирҙәргә шик булған йәки уларҙы асыҡлаған бөтә граждандар диагнозды аныҡлау өсөн артабан тикшереүгә, дауаланыуға ебәрелә һәм контролгә алынасаҡ. Күп ауырыуҙарҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк, шуға күрә үҙегеҙҙең һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ!” — тине тәжрибәле фельдшер Резида Мөхтәсәр ҡыҙы.
«Мин яңыраҡ диспансеризация үткәйнем. Бөгөн кардиологҡа һәм башҡа белгестәргә күренәм, тип килдем. Табиптарҙың ошолайтып йөрөп ҡарауҙары бик яҡшы. Белеп тораһығыҙ, хәҙер ауылдарҙа күбеһе оло йәштәгеләр. Һәр кемдең район үҙәгенә барыу мөмкинлеге лә юҡ», - тине Рәйсә апай Суфиянова.
«Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә. Уның ғәмәлдә булған осоронда (2019 йылдан) 733 мең кеше медицина ярҙамы алған, шуларҙың 72 меңе — быйыл. Былтыр мобиль комплекстар 170 меңдән ашыу кешене тикшергән, улар онкология, диабет һәм йөрәк ауырыуҙарын да индереп, меңәрләгән сир осраҡтарын асыҡлаған.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, ауылда беренсел медицина-санитар ярҙамды үҫтереү — төп бурыстарҙың береһе. Бының өсөн республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттары, участка дауаханалары һәм амбулаториялар төҙөлә һәм яңыртыла. Әммә иртә диагностика бик мөһим булып ҡала, күптәр табиптарға бик һуң мөрәжәғәт итә. “Сәләмәтлек поездары " был проблеманы хәл итергә ярҙам итә, ауырыуҙарҙы башланғыс стадияла асыҡларға мөмкинлек бирә.
Фекер...
Дарья Мөхәмәтова, эндокринолог, үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы мөдире:
— Бөгөн Солтанбәк ауылында "Сәләмәтлек поезы" эшен дауам итте. Беҙ халыҡтың үҙ сәләмәтлегенә яуаплы ҡарап, табиптарҙан консультациялар алырға һәм медицина тикшереүҙәре үтергә берҙәм килеүҙәренә шатбыҙ. Халыҡ ысынлап та әүҙем булды.
Флюорографияны — 42 кеше, маммографияны — 20 ҡатын-ҡыҙ, ЭКГ-ны — 54 пациент үтте. 48 кеше анализдар бирҙе. Акушер-гинекологта — 22 ҡатын-ҡыҙ, офтальмологта — 39 кеше, терапевт-кардиологта — 43, эндокринологта — 21, неврологта 24 пациент булды.
Килгәндәрҙең барыһына ла рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм һаулығығыҙға һәр саҡ иғтибарлы булыуығыҙҙы теләйбеҙ!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иртәгә "Сәләмәтлек поезы" Ҡашҡа ауылына юллана! Тикшереүҙәр үтеү һәм квалификациялы белгестәрҙән консультация алыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ!
Наилә Имаева.