+30 °С
Облачно


“Шишмәләр янын сүп-сарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү буйынса өмәләр даими үтеп тора беҙҙә. Бөгөн Раушан Ҡәүиев менән икәүләп “Еҫле шишмә” һәм “Мөлдөршиҙе” шишмәләре янын сүп-сарҙан таҙарттыҡ һәм әйләнә-тирәләге үләнде саптыҡ. Шишмәләр иркен тын алғандай, таҙарып, матурайып ҡалды”, - тип хәбәр итте Солтанбәк ауыл мәҙәниәт йорто методисы Ралиф Муллаянов.
Наилә Имаева.