Акция сиктәрендә табип-белгестәрҙең күсмә бригадаһы бөгөн Табаҫҡытамаҡ ауылында халыҡты ҡабул итте.
Улар диагностика, иҫкәртеү тикшереүҙәре үткәрҙе һәм төрлө йүнәлештәр буйынса консультация хеҙмәттәре күрһәтте.
Иртәгә иһә Солтанбәк ауылында халыҡты ҡабул итәсәктәр.
Солтанбәк һәм Сураш ауылдарында йәшәүселәрҙең барыһын да тикшереү үтергә һәм квалификациялы белгестәрҙән тәҡдимдәр алырға саҡырабыҙ!
Һаулыҡ - иң ҙур байлыҡ. Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ.
Наилә Имаева.