Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
29 Июль , 12:40

"Иң шәп өләсәй" конкурсында ҡатнашығыҙ!

Билдәле булыуынса, быйыл 1 июлдә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, "Аҡбуҙат" журналы Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә яңы конкурс иғлан итте. Ул дауам итә, әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы һорайбыҙ. Тулыраҡ сайтыбыҙҙа: 

"Иң шәп өләсәй" конкурсында ҡатнашығыҙ!
"Иң шәп өләсәй" конкурсында ҡатнашығыҙ!
"Иң шәп өләсәй" конкурсы 1 июлдә башланды, 28 ноябргә тиклем барасаҡ.

Конкурстың үткәреү тәртибе һәм шарттары:

✅башҡорт мөхитен булдырыу һәм кескәйҙәр менән тик башҡортса аралашыу;

✅балаларҙы башҡорт әкиәттәре, легендалары, риүәйәттәре һәм халыҡ уйындары менән таныштырыу;

✅балалар баҡсалары төркөмдәренә башҡорт йолаларын индереү;

✅балалар менән ҡул эштәрен башҡарыу (мәҫәлән, башҡорт милли биҙәүестәрен эшләү);

✅төрлө балалар баҡсаһында саралар үткәреү;

✅"Аҡбуҙат" журналына яҙылыу ойоштороу;

✅конкурсҡа ярашлы үткәрелгән сараларҙы социаль селтәрҙәрҙә ("Бәйләнеш", Телеграмм) яҡтыртып барыу;

✅"Аҡбуҙат" журналы (vk.com/journal_akbuzat) һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (vk.com/kurultaibashkir) төркөмөнә яҙылыу.

Еңеүселәргә шәп бүләктәр ҙә әҙерләнгән! Бына улар:

????3 робот саңһурғыс;
????3 "Алиса" аҡыллы колонкаҺы;
????2 икмәк мейесе;
????1 саңһурғыс!

Конкурстың беренсе этабы "Аҡбуҙат" журналының төркөмөндә алып барыла. Бының өсөн akbuzat-journal@yandex.ru электрон почтаһына исем-шәрифегеҙҙе, йәшегеҙҙе, адресығыҙҙы, бәйләнеш өсөн телефон номерығыҙҙы һәм сифатлы фоторәсемегеҙҙе ебәреү кәрәк.

Хатығыҙҙың башында "Иң шәп өләсәй" конкурсы өсөн" тип күрһәтергә онотмағыҙ!

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #Акбузат #Аҡбуҙат
 
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: