

Башҡортостанда “Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә. Был аҙнала табиптарҙың мобиль бригадалары Саҡмағош, Балтас, Күгәрсен, Мәләүез, Балаҡатай, Бәләбәй һәм Йылайыр райондарының алыҫ ауылдарында йәшәүселәрҙе ҡараясаҡ. Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Роберт Иштуҡов хәбәр итте.
Ул 21 апрелдән табиптарҙың 214 ауылда 117 меңдән ашыу кешене тикшереүен, 26 меңгә яҡын рентген тикшереү үткәрелеүен хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, был ваҡыт эсендә белгестәр онкология, диабет, туберкулез һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары буйынса 2900 шик асыҡлаған. Пациенттар өҫтәмә тикшереүгә ебәрелгән.
Шулай уҡ беренсе урынбаҫар хәбәр итеүенсә, республикала әле һаман коронавирус менән сирләү осраҡтары бар. Уҙған тәүлектә сир алты кешелә асыҡланған. Әлеге ваҡытта стационар дауалауҙы 34 пациент үтә. Буш урындар һаны 59,1 процент тәшкил итә.
Роберт Иштуҡов шулай уҡ ашығыс медицина ярҙамы эше тураһында хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, уҙған аҙнала төбәктә табиптар 19 300 саҡырыуға барған, уларҙың 92,8 проценты ауырыуҙарға 20 минут эсендә барып еткән.
Фото: "Башинформ".