

— Мин атай яғынан шәжәрәмде тергеҙгәндә күп нәмә асыҡлап, хайран ҡалдым: ата-бабаларыбыҙ тарафынан указлы мулла булыу аманаты быуындан-быуынға тапшырыла килгән. Уларҙың күпселеге билдәле мәҙрәсәләрҙә белем алып, ислам тәғлимәтен таратып, иман һағында торған. Шуға ла тоҡомомдо затлыларҙан, тип әйтергә батырсылыҡ итәм. Хәҙергеләргә ҡайһы заттан, ниндәй ҡандан булыуыбыҙҙы белер өсөн, шулай уҡ киләсәк быуынға затыбыҙҙы танытыр өсөн ошо китабымды яҙа башланым.
Беҙ үҙебеҙ Унлар ырыуынан. Ағасыбыҙ — ҡарағас, тамғабыҙ —һәнәк, ораныбыҙ — Салауат, ҡошобоҙ — бөркөт булғаны билдәле. Ә тамырҙарыбыҙ хәҙерге Ҡариҙел районы Яҡуп ауылына барып тоташа. Беҙҙең шәжәрә башы 1702 йылда батша указына ярашлы Унлар ырыуы ерҙәрендә тамыр ебәргән Әтәйҙән башлана. Уның улы Сынмырҙа унлар волосының старшинаһы булараҡ билдәле. Ваҡыты еткәс, был вазифаны улы Яҡуп дауам иткән. Шәжәрәбеҙҙең дүртенсе баҫҡысында Яҡуптың дүртенсе улы, указлы мулла Мансур Яҡупов тора. Уның улы 1747 йылғы Йомаҙил Мансуров мулла, ә уның улы 1797 йылғы Мөхәмәткәрим Йомаҙилов указлы мулла була. Мөхәмәткәрим үҙенең 1835 йылғы Нурмөхәмәт улын хәҙерге Балтас районы Штәнде мәҙрәсәһенә уҡырға ебәргән. Ун йыл йәшәү, уҡыу дәүерендә мәҙрәсәнең мөғәллиме Ризван Әсәҙуллиндың ҡыҙы Хөсниабзаға өйләнә. 1865 йылда уҡыуын тамамлағас, хәҙерге Асҡын районы Солтанбәк ауылына ебәрелә. Уның инде дүрт йәшлек Зәкиә (1861) исемле ҡыҙы, улы Әхмәтфәтих булған була. Артабан уның тағы ла Әхмәтфаиз, Шәмсимөнир (1882-1919), Нурлығаян (1885-1944), Әкрәм (1890), Мәсфи (1898) исемле улдары һәм ҡыҙҙары Хафаса (1871-1885), Нәҡиә (1873-1898), Сафия (1874), Васфикамал (1891) тыуа.
Нурмөхәмәт хәҙрәттең эшмәкәрлеге Сәмәрҡәнд мәҙрәсәһен тамамлаған данлыҡлы Хөснийәр хәҙрәт менән тура килә. Шул йылдарҙа Насретдинов Бәдретдин мөғәллим булған. Солтанбәктәге ике ҡатлы иман йорто ла улар заманында төҙөлгән. Совет власы урынлашҡас, мәҙрәсә мәктәп итеп үҙгәртелеп һалына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бина 1942 йылда янып юҡҡа сыға. Хөснийәр хәҙрәт Солтанбәктә 1884-1904 йылдарҙа йәшәһә, Нурмөхәмәттеке 1865-1914 йылдарға ҡарай. Ҡарт ҡартатай Нурмөхәмәт Мөхәмәткәрим улының улдарының өсәүһе аталары юлынан китә. Өлкәне Әхмәтфәтих 1899 йылдан атаһы янында мәзин вазифаһын үтәй башлай. Икенсе улы Әхмәтфаизды тыуған ауылы Яҡупҡа тәғәйенләүҙе юллай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ҡатыны Мәүлиәне, ҡыҙы Мөхсинәне етем итеп, йәшләй генә 1914 йылда вафат була. Уның хеҙмәтен беҙҙең ҡартатай Шәмсимөнир Нурмөхәмәтов дауам иткән. Ҡатыны Камалия һәм ике йәшлек улы Әғзәм менән Солтанбәктән Яҡупҡа күсенгәндәр.
Күп тә тормай, революция булып, төрлө солғаныштар башлана. Ҡартатайҙы указлы мулла булараҡ төрлө урындарға саҡырта башлайҙар. Ауылдарын әле ҡыҙылдар, әле аҡтар баҫып алып, халыҡты йонсота. Шәмсимөнир ҡартатайым 37 генә йәшендә 1919 йылдың июнендә дүрт балаһын, бишенсегә ауырлы Камалия ҡартыйымды ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә. Был ваҡытта атайым Әғзәмғә 13 кенә йәш була. Туғандарын тәрбиәләр, яҡлар өсөн атаһы урынына баҫа ул. Бишенсе туғаны Әғләм донъяға килеп күп тә тоомай, малдарын, өй мөлкәтен, ашар ризыҡтарын тартып алып, эсер һыуҙарын да түгеп, үҙҙәрен эстә ҡалдырып биклап алалар. Ҡыҫҡаһы, иманлы йортто зинданға әйләндерәләр. Ошо ваҡытта Камалия ҡартыйым атайымды баҙ төнлөгө аша сығарып, район үҙәгенә ебәрә. Барып еткәнсе ҡараңғы төшә. Ағас башына менеп, йығылып төшмәҫ өсөн үҙен ағасҡа бәйләп, төн уҙғара атайым. Икенсе көндө русса белмәгән малай кабинеттан-кабинетҡа илай-илай йөрөй торғас, йорттарын үҙҙәренә ҡалдырыу рөхсәтен алыуға ирешә. Тик йорттары үҙҙәренә ҡалһа ла, уларғы кәмһетеү, мыҫҡыллау ҡеүәтләнә генә бара. “Кулак балалары” тигән ярлык уларға күп йылдарға тағыла. Уларҙың күргән һәм кисергәндәрен китапҡа яҙып һыйҙырырлыҡ түгел.
Атайым егет ҡорона ингәс, Асҡын районы Урмияҙ ауылында механизаторлыҡҡа уҡырға инә. Аҙна ла уҡымай, ҡыуып та ҡайтаралар. Ауылдаштарынан совет мәктәбендә кулак балаһы уҡый тигән ялыу килгән була. Эҙәрлекләүҙәрҙән арып, атайым ағас ҡырҡыу эшенә сығып китә. Бригадир булып эшләгәндә, Болмозо һылыуы Йәмиғә менән ғаилә ҡора. Ҡыҙҙары Фәнүзә тыуа. Атайымдың уҡырға теләге шул тиклем көслө була. Зиһенле әсәһе бер кемгә һиҙҙермәйсә, Өфөгә юлланырға кәңәш итә. Шуның өсөн атайым төндәрен йоҡламайынса яңы әлифбаны үҙләштерә. Форсат сыҡҡас, сабаталы егет Өфөлә өс айлыҡ хисапсылар курсын тамамлап, Яҡупҡа ҡайта. Колхозда хисапсы булып эш башлай. Колхоздың да, ауыл Советының да документ эше уға йөкмәтелә. Шулай ҙа уны күрә алмағандар тик ятмай. Аҡылға бер төрлөрәк ирҙе правлениела кулак ҡалдығы әллә кем булып ултырмаһын тип, үлтерергә ҡоторталар. Эшкә бирелеп, көрәк тотҡан ирҙең килеп баҫҡанын да абайламай ҡала. Башын күтәреүе була, алдындағы амбар кенәгәһе урталай ярылып та китә. Уны тыуасаҡ йәндәр — беҙҙең өсөн Хоҙай тәғәлә үҙе һаҡлағандыр. Ә ялыу яҙыуҙар дауам итә. Киләләр, тикшерәләр, ялыу дөрөҫкә сыҡмай. Сираттағыһында банк директоры килә. Ул аулаҡтан файҙаланып: “Ҡустым, бер ғәйебең дә юҡ. Документтарың да грамоталы төҙөлгән. Ә өҫтөңдән артабан да яҙасаҡтар. Әйҙә, миңә эшкә кил”, — тип саҡыра. Шулай, атайым уйламағанда банк хеҙмәткәре булып китә. Тыныс ҡына йәшәргә, тырышып эшләргә ине лә, тик аҡ көндәр ҡараһы менән алмашына. Банк етәксеһе төнөн атайҙы тышҡа саҡырып сығара һәм иртәгәһен уны ҡулға алырға киләсәктәре тураһында киҫәтә. Шуға төнөн райондан сығып кит, тип бышылдай. Таң алдынан атайым сығып китә. Оҙон-оҙаҡ йылдар үтеп, Ҡара-ҡалпаҡ өлкәһенә барып урынлаша. Ошо йылдарҙа атайымдың күңел торошон аңлауы бик ауыр. Илендә ҡалған әсәһенә, яҡындарына, ауырлы ҡатыны Йәмиғәғә, ике йәшлек ҡыҙы Фәнүзәгә яңы властан мәрхәмәт булмаҫы билдәле була.
Ике йылдан һуң Советтар Союзына ҡырҡа үҙгәрештәр индергән Бөйөк Ватан һуғышы башалнып китә. Атайым 1941 йылдың август айында 37 йәшендә һуғышҡа алына. Сик буйындағы резерв ғәскәрҙә булғанлыҡтан, ул туранан-тура яуҙа була алмай. Үҙенең һөйләүе буйынса, бер-бер артлы яҙылған рапорттары ла кире ҡағыла. Бары 1945 йылда ғына япон милитаристарына ҡаршы башланған һуғышҡа инеп китә. Сирле һәм йәше оло булыу сәбәпле, октябрь айында демобилизациялана һәм декабрҙә Яҡуп ауылына һеңлеһе Саймәгә ҡайта. Ҡатыны, бер тапҡыр ҙа күрмәгән ҡыҙы Әлфиә гүр эйәләре булып, өс кейәүенең береһе генә һуғыштан иҫән-имен ҡайтҡан була. Атайым Байҡыбашта эшкә урынлашып, Әмин ауылындағы буш торған йортта әсәһе менән йәшәй башлай. Фәнүзә ҡыҙы балалары булмаған туғандарында тәрбиәләнһә лә, атаһы янына йыш килеп йөрөй.
Атайымдың кем балаһы икәнлеген иҫкә төшөрөүселәр тағы табыла. Аптырап, ул Әғләм энеһе янына Ҡырғыҙстанға сығып китә. Ревизор булып эш башлай. 1948 йылдың майында әсәйебеҙ, үҙе һымаҡ яҙмышлы Стәрлебаш районы ҡыҙы Фәүзиә менән туйҙары була. Әкренләп туғандары ла уларға барып һыйына. 1952 йылда Зөһрә һәм Сажиҙә ҡыҙҙарын алып Ҡариҙелгә ҡайталар. Атайым банктың ауыл хужалығы бүлегендә эш башлай. 1954 йылда уның тыуған ауылы Асҡын районы Солтанбәк ауылына күсендек. Ауылда атайым хаҡлы ялға сыҡҡансы колхоз, совхоз бухгалтерияларында хеҙмәт һалды. 1956 йылда яңы өйгә сыҡтыҡ. 1960 йылдың октябрендә йорттоң төкәтмәһе лә әҙер булды. Атай-әсәйебеҙ икеһе лә эшһөйәр, уңған һәм йыр-моң һөйөүселәр ине. Гәзит-журналдарҙы ла күпләп алдырып уҡынылар. Беҙҙе туйындырыр-кейендерер өсөн өҫтәмә аҡса эшләү ысулдарын да ҡулландылар. Кирбес һуғыу, һалабаш төшөрөү, тал ҡабығын һуйыу, септә һуғыу эштәрендә уның ярҙамсылары булдыҡ беҙ ҙә. Атайымдың өй йыһаздарын үҙе эшләгәнен, тире иләгәнен күреп үҫтек. Әсәйебеҙ, беҙҙең бәхеткә, оҫта тегеүсе һәм аш-һыу оҫтаһы ине. Унан ауылдаштар ғына түгел, күрше ауылдарҙан да килеп кейем тектерәләр ине. Уның хатта тиренән тун тегергә лә оҫталығы булды.
Бөгөн Мөниров фамилияһын 1962 йылғы ҡустыбыҙ Таһир, улы Илсур, ейәне Морат һәм ейәнсәре Зәлинә йөрөтә. Ә бер туған алты ҡыҙ өсөн фамилиябыҙ бала саҡ иҫтәлеге булып ҡалды.
Ғаиләбеҙҙә иң өлкәне булған 1949 йылғы Зөһрә апайыбыҙ Ибраһимова 38 йәшендә бөйөр сиренән вафат булды.
Икенсе бала — мин үҙем — китап авторы Сажиҙә Фәйзрахманова булам. Балаларымдың тәүгеһе 1975 йылғы Айһылыу ҡыҙым. Ул — почта хеҙмәткәре. Наил кейәү менән Айсыуаҡ, Раил исемле улдар үҫтерҙеләр. Тимур ейәндәре уларға олатай, өләсәй булыу бәхетен килтерҙе. 1980 йылғы Алһыу ҡыҙым шәфҡәт туташы, Алина һәм Света исемле ҡыҙҙарҙың бәхетле әсәһе.
1982 йылғы Гүзәл ҡыҙым да шәфҡәт туташы. Ҡыҙы Рушана колледжда уҡый.
1985 йылғы Рушат улым экскаваторсы. Киленебеҙ Зөлфиә менән ҡыҙҙары Әлфиәне, улдары Батырханды тәрбиәләй.
1997 йылғы төпсөгөм стилист һөнәрен һайланы. Ғәзиз кейәү менән Әмилә ейәнсәремде үҫтерәләр.
Мөнировтар ғаиләһендә 1953 йылғы Асия туғаныбыҙ бер туғандар араһында ете бала әсәһе булараҡ айырыла. Радик, Рәшиҙә, Динә, Нурия, Фриҙә, Резида, Салауат исемле балаларының бары төпсөгө генә махсус урта белемле, ҡалғандары юғары уҡыу йорттарын тамамланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғаяз кейәүебеҙ 38 йәшендә фажиғәле һәләк булды. Автоһәләкәттә һәләк булған 40 йәшлек Радик улдарын да ер ҡуйынына тапшырҙыҡ. Асияны бөгөн 12 ейән-ейәнсәре һөйөндөрә.
1955 йылғы Зифа туғаныбыҙ Зәки кейәү менән Гөлназ һәм Гөлшат исемле ҡыҙҙарға йән өрҙө. Гөлназыбыҙ туғыҙ йәшендә фажиғәле һәләк булды. Гөлшат Илдар кейәү менән ҡыҙҙары Эльвина, улдары Эмирҙы тәрбиәләй.
1957 йылғы Сания һеңлем Равил кейәү менән Лилиә һәм Юлиә ҡыҙҙарына юғары белем алырға ярҙам итте. Бөгөн ике ейәнсәрҙәре, бер ейәндәре уларҙың оло һөйөнөстәре.
1960 йылғы Зилә туғаныбыҙ менән Мәғрүф кейәү ҡыҙҙары Эльза, улдары Илдусҡа юғары белем алырға ярҙам итеп, өс ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй һәм олатай булып ғүмер кисерә.
1962 йылғы Таһир туғаныбыҙ менән Рәфилә киленебеҙ мәҙәниәттең тоғро хеҙмәткәрҙәре. Ҡыҙҙары Айгөл, улдары Илсур юғары белемле белгестәр. Дүрт ейән-ейәнсәр менән ата-әсәһен һөйөндөрҙөләр.
Мәктәп йылдарын туғандарымдың күбеһе дүрткә, бишкә тамамланы. Алты ҡыҙҙың дүртәүһе махсус уҡыу йорттарын тамамлап, дипломлы белгес булды. Таһир энебеҙ юғары белемле иҡтисадсы.
Атай-әсәй тыуған нигеҙебеҙҙә булғанда һағынышып ғаиләләребеҙ менән тыуған яҡҡа ҡайтып йөрөнөк. Әле лә туғанлыҡ ептәре ныҡ. Яҡындарым менән шатлыҡтарҙы арттырып, ҡайғыларҙы бүлешеп йәшәйбеҙ.
Наилә Имаева.