

Сажиҙә апай Солтанбәк ауылында ғүмер итеүсе Фәүзиә һәм Әғзәм Мөнировтар ғаиләһендә икенсе бала булып 1951 йылда донъяға ауаз һала. Үҙенән һуң тыуған һеңлеләре Асия, Зифа, Сания, Зилә һәм Таһир ҡустыһына бына тигән апай була. Уларҙы һәр саҡ ҡурсалап, яҡлап, һаҡлап, аҡыллы кәңәштәр биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫҡанда үҙ юлдарын табырға ярҙам итә.
Сажиҙә апайҙың тормош юлы, башҡарған изге эштәре, береһенән-береһе һоҡландырған шөғөлдәре тураһында китап яҙырлыҡ! Ул шундай нурлы, мөләйем, гүзәл, оло йөрәкле ағинәй! Уның һәр һүҙе — аҡылдың үҙе!
Сажиҙә Әғзәм ҡыҙы — ғүмеренең күп өлөшөн китапхана эшенә бағышлаған хөрмәтле хеҙмәт ветераны, “Йәшәү хаҡы” , “Сәңгелдәк моңо” һәм бына яңы ғына табанан төшкән “Быуаттар артылышында“ тигән өс китаптың авторы, Мәсетле районында “Ағинәйҙәр” хәрәкәтенә нигеҙ һалып, ул эште шундай йәнле итеп алып барыусы өлгөр, рухлы, телеһөйәр, илһөйәр ағинәй етәксе!
Сажиҙә Мөнирова-Фәйзрахманова – хөстәрлекле әсәй һәм өләсәй, һөйөклө ҡатын. Уның биш балаһы, һигеҙ ейән-ейәнсәре һәм бер бүләсәре бар. Тормош иптәше Раян Тимербай улы менән ҡорған донъяларын гөлбаҡсаға әйләндереп, әйләнә-тирәләгеләргә нур бөркөп, йылылыҡ, матурлыҡ, изгелек өләшеп йәшәйҙәр. Сажиҙә апайҙы бөгөн райондарында ғына түгел, республикала ла изге эштәре аша яҡшы беләләр һәм хөрмәт итәләр. Талантлы яҡташыбыҙ төрлө ижади конкурстарҙа ла еңеү яулап, нәҫелебеҙҙе данлап йәшәй. Тынғыһыҙ күңелле Сажиҙә апай бөгөнгө сараны үткәрергә лә күп көс һәм тырышлыҡ һала. Күптән инде 70-ен тултырһа ла, ул бөгөн дә сәхнә күрке, уның дәрт-дарманы, береһенән-береһе аҡыллыраҡ идеялары һоҡландыра.
Китаптың исем туйына килгәндә, ул шул тиклем йылы мөхиттә, йыр-моң, дәртле бейеүҙәр, аҡыллы һүҙҙәр, ихлас тәбрикләүҙәр менән үрелеп, бер тында үтте. Зал тултырып килгән ауылдаштар, йыраҡ араларҙы яҡынайтып ҡайтҡан туғандар, ҡунаҡтар сәхнәнән яңғыраған һәр һүҙҙе, сығышты ихлас тыңлап, алҡыштарға күмде.
Береһенән-береһе талантлы бер туған Сажиҙә, Сания, Зилә, Таһир һәм уның тормош иптәше Рәфилә Мөнировтар байрамды дәртле йыр менән, ауылдаштарын сәләмләп башлап ебәрҙе. Ә ауылдың имам-хатибы, ошо нәҫел вәкиле булған Айрат хажи Насертдинов Ҡөрьән аяттары уҡып, ил-көн именлегенә, бөгөн махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе яугирҙарыбыҙҙың иҫән-имен Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләп, доға ҡылды, вәғәз һөйләне.
Сажиҙә Әғзәм ҡыҙы өсөнсө китабының яҙылыу тарихын да ҡыҫҡаса һөйләп үтте. Был китапты яҙыу барышында уға мәғлүмәт йыйырға ярҙам итеүселәрҙең һәр береһен оло хөрмәт менән сәхнә түренә саҡырып, рәхмәт белдереп, иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы. Ысынлап та, шул тиклем бөртөкләп яҙылған китапҡа бик күп кешеләрҙең тырышлығы ингән.
Бер-бер артлы сәхнәгә һеңлеләре Сания менән Зилә һәм ҡустыһы Таһир ҙа сығып, апайҙарының шатлығын уртаҡлашып, йырланы, шиғыр уҡыны, гармун моңдарын бүләк итте. Нәҫел ептәрен барлап, шәжәрәләр төҙөп, китап сығарғаны өсөн Сажиҙә апайға залдан һүҙ алып, рәхмәт еткереүселәр ҙә, сараны тарихи мәғлүмәт менән байытыусылыр ҙа күп булды.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ҡариҙел районының йөҙөк ҡашы булған “Йәшлек” бейеү ансамбленең алыштырғыһыҙ етәксеһе Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы Мөнированың тәрбиәләнеүселәре – ейәнсәрҙәре Залина Тәғәрифуллина менән Милана Мөнированың дәртле бейеүҙәре иһә фәһемле сараға тағы ла йәм өҫтәне, йән өрҙө!
Һәр кем өсөн фәһемле, бай йөкмәткеле байрам күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды. Сажиҙә Әғзәм ҡыҙы китабын алыусыларға изге теләктәрен дә яҙып өлгөрҙө.
Ситтән ҡайтыусылар өсөн Сажиҙә апай туғандары менән Ләйсән һәм Данис Суфияновтарҙың ял базаһында байрам табыны әҙерләгәйне. Бында ла туғандар үҙ-ара һөйләшеп, Суфияновтар бешергән тәмле былауҙан ауыҙ итеп, аралашып, ял итеп ҡайтты.
Бына шулай Солтанбәк ауылының рухи-мәҙәни тормошон балҡытҡан Сажиҙә апай Фәйзрахманова яҙған китаптың исем туйы төрлө тарафтарҙа ғүмер иткән, күптән осраша алмаған туғандарҙы күрештерҙе, иркенләп аралаштырҙы, йырлатты, бейетте, рухи аҙыҡ өләште. Ошо байрамды ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан һәр кемгә бик рәхмәтле булып, тағы ла осрашырға яҙһын, тигән изге теләктә, рухи күтәренкелек, бөтмәҫ дәрт-дарман алып таралышты солтанбәктәр.
“Был сара һәм затлы нәҫел тураһында район гәзиттәрендә тулыраҡ уҡырһығыҙ).
Наилә Имаева.