– Был ябай ғына салатҡа әллә ниҙәр кәрәкмәй. Баҡсалағы петрушка, укроп, йәшел һуған, рукола, салат япрағы, помидор, ҡыяр, тоҙ һәм үҫемлек майы. Йәшелсәләрҙе матурлап йыуабыҙ, һуңынан барыһын да бергә һалып болғатабыҙ. Ошо ябай ғына ризыҡта Менделлев таблицаһының барлыҡ элементы бар, – ти Сәүиә апай.
Әйткәндәй, сығышы менән Йәрмәкәй районынан булған Сәүиә инәйәүҙем тормош та алып бара. Төрлө сараларҙа ҡатнаша, концерттарға йөрөй, намаҙ уҡый. Төнгө Өфө буйлап саф һауа һулап йәйәү йөрөргә лә яратам, ти ул.
Автор:Гөлнара Солтанова