Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
24 Июль 2025, 07:25

“Сарс” лагерында балаларҙың ялы күңелле һәм файҙалы үтә

“Беренселәр хәрәкәте” белгестәре Гөлнур Сәмиғуллина менән Алина Солтанова   “Сарс” лагерында ял итеүселәр менән төрлө уйындар үткәрҙе.

“Сарс” лагерында балаларҙың ялы күңелле һәм файҙалы үтә“Сарс” лагерында балаларҙың ялы күңелле һәм файҙалы үтә
“Сарс” лагерында балаларҙың ялы күңелле һәм файҙалы үтә

Йәйге каникулдар - һәр баланың тормошонда көтөп алынған иң мауыҡтырғыс осор. Ата-әсәләр ҙә балаларының ялы күңелле һәм файҙалы үтеүен теләй. Шуға ла күптәр уларҙы Солтанбәк ауылында урынлашҡан “Сарс” һауыҡтырыу һәм ял итеү лагерына ебәрә. Бында һәр көндө төрлө саралар ойошторола.

Күптән түгел “Беренселәр хәрәкәте” белгестәре Гөлнур Сәмиғуллина менән Алина Солтанова   “Сарс” лагерында ял итеүселәр менән төрлө уйындар үткәрҙе.

Балалар  командаларға  бүленеп, етеҙлектә, зирәклектә һәм көслөлөктә ярышты. Үтелгән һәр этап балаларҙың шат тауыштары һәм көйәрмәндәрҙең дәртләндереп, көс биреп тороуы менән иҫтә ҡала.

Бына шулай, “Сарс”та тәрбиәселәр, хеҙмәткәрҙәр  һәм район үҙәге ойошмалары белгестәре лә балаларҙың йәйге ялы сағыу тәьҫораттар ҡалдырһын, лагерҙа үткән көндәре файҙалы һәм күңелле булһын өсөн бөтә тырышлығын һала.

Наилә Имаева.

“Сарс” лагерында балаларҙың ялы күңелле һәм файҙалы үтә
“Сарс” лагерында балаларҙың ялы күңелле һәм файҙалы үтә
“Сарс” лагерында балаларҙың ялы күңелле һәм файҙалы үтә
“Сарс” лагерында балаларҙың ялы күңелле һәм файҙалы үтә
“Сарс” лагерында балаларҙың ялы күңелле һәм файҙалы үтә
“Сарс” лагерында балаларҙың ялы күңелле һәм файҙалы үтә
“Сарс” лагерында балаларҙың ялы күңелле һәм файҙалы үтә
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас