Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
23 Июль , 09:05

"Выдывылар" "Патриот" паркына йыйыласаҡ

Быйыл Һауа-десант ғәскәрҙәре барлыҡҡа килеүгә 95 йыл. Ошо айҡанлы күләмле байрам сараһы уҙасаҡ. 

"Выдывылар" "Патриот" паркына йыйыласаҡ
"Выдывылар" "Патриот" паркына йыйыласаҡ

Көн программаһы (0+):

09:00 - "Геройҙар ярышы" (ВДВ ветерандары ҡатнашлығында),

11:00 - интерактив майҙансыҡтар эше (күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, консультациялар),

13:00 - десантсыларҙың күрһәтмә сығыштары, парашютсыларҙың һикереүҙәре, АН-2 самолетының осоуы,

14:30 - "Голубые береты" ансамбленең концерты.

Быйыл геройҙар иҫтәлегенә айырым иғтибар биреләсәк. ВДВ-ның 95 йыллығын байрам итеү сиктәрендә Рәсәй Геройы Максим Серафимов һәйкәлен асыу тантанаһы үтәсәк. 2022 йылда герой МХО-ла үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, иптәштәрен ҡотҡарған.

Байрам башында сәскәләр һалыу буласаҡ: 10:00 сәғәттә - Еңеү паркында һәм 11:30 сәғәттә «Тулҡын» Паркында. Ойоштороусылар хәрби рухты һәм «ҡанатлы пехота» традицияларын күрһәтеүсе бай программа вәғәҙә итә.

 
Автор:Айбулат Ишназаров
https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-07-22/vydyvylar-patriot-parkyna-yyyylasa-4321916
Автор:
Читайте нас