Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
23 Июль 2025, 03:10

Класташтар 40 йылдан һуң осрашты

Күнгәк урта мәктәбен 1985 йылда тамамлаған уҡыусылар күңелле осрашыу үткәрҙе.

Класташтар 40 йылдан һуң осраштыКласташтар 40 йылдан һуң осрашты
Класташтар 40 йылдан һуң осрашты

Йәй күңелле осрашыуҙар өсөн бик матур мәл. Бер күрешеү үҙе бер ғүмер тип, Күнгәк урта мәктәбен 1985 йылда тамамлаған уҡыусылар осрашыу үткәрҙе.

" Әлбиттә, ҡырҡ йылдан һуң класташтар осрашыуы бик тулҡынланды­рғыс ваҡиға булды. Һиҙҙер­мәйенсә 40 йыл ғүмер үтеп тә киткән. Нисәмә йылдар уҙһа ла, мәктәп йылдарына хәтере­беҙ менән йыш әйләнеп ҡай­табыҙ.

Беҙ класта 24 уҡыусы инек: 12 ҡыҙ, 12 малай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш класташыбыҙ ара­быҙҙан мәңгелеккә китте Шуға күрә лә осрашыуҙы мәсеттән башланыҡ. Бөгөн беҙҙең арала булмаған һабаҡташтарҙы, донъя ҡуй­ған уҡытыусыларҙы оло хөр­мәт менән иҫкә алып, хәҙрәттән доғалар уҡытып, зыйрат ҡылдыҡ.

Беҙгә белем биргән уҡыты­усыларыбыҙҙы ла саҡырҙыҡ, килә алмағандарының өйҙәренә барып хәлен белдек, мәктәп йылдарын иҫкә алдыҡ.

Йылдар үҙенең эҙен ҡалдырған, сәстәргә салдар ҡунған, маңлайҙарға һырҙар ярған. Мәктәптә уҡыған йыл­дарыбыҙ, бала саҡтар йыраҡта ҡалһа ла, барыһы ла хәтерҙә, ошо баласаҡ иҫтәлектәребеҙ ҙә беҙҙең уртаҡ.

Мәктәп йылдары беҙгә бе­лем бирҙе, эш һөйөргә, ярҙам­сыл булырға, тормоштоң, яҡындарҙың, дуҫтарҙың һәм йәшәүҙең ҡәҙерен белергә, яҡшыны ямандан айырырға, намыҫлы булырға өйрәтте. Беҙ класс менән бергәләшеп мәктәп баҡсаһында, сөгөлдөр, бәрәңге баҫыуҙарында эшлә­нек, сәйәхәттәргә йөрөнөк, кисәләр, класс сәғәттәре үт­кәрҙек, пионерға индек, комсо­мол сафтарында бергә атланыҡ.

Мәктәп беҙгә белем генә түгел, беренсе тормош дәре­стәре лә бирҙе. Беҙ ошонда үҙе­беҙгә тоғро дуҫтар таптыҡ, шу­ның менән дә мәктәп ҡәҙерле һәм яҡын. Беҙ уҡытыусылары­быҙҙы яраттыҡ, һәр береһен хөрмәт иттек. Уҡыу ваҡытын­да талапсан булдылар, хәҙер аңлайбыҙ – улар беҙҙе яҡшы кешеләр итеп тәрбиәләргә ты­рышҡан.

Беҙҙең  һәр беребеҙ артабан уҡып, һөнәр үҙләштереп, бөгөн илебеҙ мәнфәғәте өсөн тырышып хеҙмәт һала. Арала  төрлө һөнәр эйәләре бар: медицина хеҙмәткәрҙәре, водитель, уҡытыусы, ашнаҡсы, нефтсе,  хатта үҙебеҙҙең йырсыбыҙ ҙа бар.

Осрашыу кисәһе  бик матур, күңелле үтте. Ошо саранан  ҡалған шатлыҡлы уй-кисерештәр күңелдәрҙә ма­тур йылы хәтирәләр булып бик оҙаҡ һаҡланыр, тип уйлайбыҙ. Артабан да берҙәм булайыҡ, теүәл булайыҡ! Тағы ла шундай күңелле осрашып күрешеүҙәр насип булһын! — тип хәбәр итте Күнгәк ауылынан Рауза Әсхәт ҡыҙы Таваева.

Наилә Имаева.

 

 

 

Класташтар 40 йылдан һуң осрашты
Класташтар 40 йылдан һуң осрашты
Класташтар 40 йылдан һуң осрашты
Класташтар 40 йылдан һуң осрашты
Класташтар 40 йылдан һуң осрашты
Класташтар 40 йылдан һуң осрашты
Класташтар 40 йылдан һуң осрашты
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас