

“Бордюр” 2022 йылдың июлендә РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Шул ваҡыттан алып ул махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хәрби бурыстарҙы һөҙөмтәле үтәй.
Уның хәрби карьераһы Мулино ҡасабаһында хәрби әҙерлек этабынан башлана. Унда яҡташыбыҙ наводчик һөнәрен үҙләштерә. Хәҙер кесе лейтенант батальон командирының ярҙамсыһы вазифаһын биләй.
Мөһим миссияларҙы уңышлы үтәгәне өсөн ул «Хәрби отличие өсөн», Шайморатов һәм «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалдары менән бүләкләнгән.
Беҙ илһөйәр яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Уға ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, уңышлы хеҙмәт итеп, Еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуын теләйбеҙ!
Наилә Имаева.