

Азамат Булатовҡа 12 йәш. Ул Борай 2-се гимназияһының 5-се класын тамамлаған, өҫтәүенә бына тигән шахматсы! Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, спорттың был төрөндә байтаҡ уңыштарға ирешергә өлгөргән.
— Шахмат менән Азамат дүрт йәшендә, балалар баҡсаһына йөрөгән сағында уҡ ҡыҙыҡһына башланы. “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы мөдире Ралия Йәнгирова үҙе лә ошо зирәктәр уйыны фанаты, шахмат буйынса төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Баҡсаға йөрөгән балалар менән шахмат түңәрәге алып барып, логик фекерләү, аҡыл көсө, бер урында ултырыуҙы талап иткән уйын серҙәренә төшөндөрә. Борғоланып, иғтибарҙы ситкә йүнәлтеп ултырып булмай уйын ваҡытында. Мин дә улымды кес кенә бит әле, тик кенә ултыра алмаҫ, тип уйлағайным башта. Ә ул Ралия Ралит ҡыҙының һәр һүҙен, һәр кәңәшен иғтибар менән тыңлап, аңлап, шахматты яратып уйнай башланы, — тип һөйләне Азаматтың әсәһе Зинфира Фидүс ҡыҙы.
Һәләтле малайҙың шахмат менән ҡыҙыҡһыныуы мәктәпкә уҡырға барғас та дауам итә, ул 1-се кластан уҡ Балалар ижад йортонан шахмат түңәрәгенә йөрөй башлай. Тренеры Булат Фазылов — бөгөн уның кумиры. Азамат нәҡ Булат Фәнис улы шикелле уйнарға, еңергә теләй. Ә еңеүҙәре бихисап уның. Район күләмендә ойошторолған район Советы һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе кубоктарына үткәрелгән турнирҙарҙа, шахмат буйынса чемпионатта, район һабантуйында ҡатнашып еңеүсе булған. Республика ярыштарында район командаһының алмаштырғыһыҙ ағзаһы, “Аҡ ладья” республика ярыштарыда, мәктәп уҡыусылары спартакиадаһында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән, спартакиаданың төбәк-ара һәм республика этаптарында призер булған.
—Азамат Булатов — өмөтлө уҡыусыларымдың береһе. Тырыш булыуына өҫтәп, маҡсат ҡуя белә һәм уға ирешергә күнеккән ул, — ти тренеры Булат Фазылов та.
Азамат өйҙә буш ваҡыттарында Интернет аша Lichess платформаһында шахмат уйнай. Дуҫтары ла уға йыш килә, бергәләшеп шахмат ярыштары, турнирҙары уҙҙыралар.
— Улымдың бер нисә аҙым алдан уйлау һәләте бар, уйларға иренмәй, еңеүгә ынтыла. Минеңсә, был һәләттәре уға шахмат уйнауҙа ғына түгел, ғөмүмән, тормошта кәрәк буласаҡ, — ти әсәһе. — Ул үҫкәс үҙе шахмат турнирҙары, ярыштары ойошторорға теләй.
Шахматтан башҡа Азамат робототехника менән дә ҡыҙыҡһына. Балалар ижады йортоноң робототехника түңәрәгенә йөрөй. Тренеры Гөлнара Хәйҙәрова етәкселегендә был йүнәлештә “Робофинист-2025” Халыҡ-ара роботехника фестиваленең төбәк этабында “Атлап йөрөүсе роботтар марафоны” (“Марафон шагающих роботов”) программаһында 3-сө урын яулаған.
Робототехника менән шахмат оҡшаш бит улар. Икеһендә лә уйлай белергә, баш эшләтергә кәрәк. Ғөмүмән, Азамат төплө уйлай. Техника, моделдәр йыйыуҙан тыш, быйыл инкубатор алдыртты. Үҙе тауыҡ себештәре сығара, ошо процесты ла ҡыҙыҡһынып күҙәтә, өйрәнә, — тип улы тураһында һөйләүен дауам итә әсәһе Зинфира Фидүс ҡыҙы.
Шахматта өлгәшкән уңыштары өсөн быйыл майҙа Азамат конкурс нигеҙендә үтеп “Артек” халыҡ-ара лагеренда ял итеп ҡайтты. Июнь, июль айҙарында “Геройҙар иле” (“Страна героев”) тип аталған Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик лагерҙың һайлап алыу турҙарын уңышлы үтеп, юллама алыуға иреште һәм “Патриот” республика паркында ошо лагерҙа ял итте. Бына шундай өлгөр, тырыш ул Азамат Булатов.
- Шахмат уйнауын киләсәктә лә дауам итһен ине улым, сөнки ул бик файҙалы. Иң мөһиме, логик фекерләү, уйлай белеү кешегә тормош көткәндә лә бик кәрәк. Мин улымдың был шөғөлөн бары тик хуплайым һәм уға артабан да ҙур еңеүҙәр теләйем, — ти әсәһе. Беҙ ҙә ошо теләктәргә ҡушылабыҙ.
Венера Арысланова.
Борай районы.