

Радий Хәбировтың указы буйынса, республика шифаханаларында Башҡортостандың дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениелары уҡытыусылары ике аҙналыҡ шифахана-курорт дауалауын аласаҡ. Документҡа ярашлы, сертификаттың суммаһы 56 мең һум тәшкил итә. Бынан тыш, уларҙың мәғариф өлкәһендә стажы ун йылдан кәм булмаҫҡа тейеш, сертификат 3 йылға бер тапҡыр бирелә.
Сертификатты алыу өсөн педагогтар ғариза һәм документтарын үҙҙәре эшләгән белем биреү учреждениеларында тапшыра ала. Сертификаттарҙы Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты бирәсәк. Юлламалар менән тәьмин итеүгә республиканың мәғариф министрлығы яуаплы.