Күптәр балыҡ тотоу ирҙәр шөғөлө, ҡатын - ҡыҙҙар өсөн ул ҡыҙыҡлы түгел, тип иҫәпләгәндә, Винария Илфат ҡыҙы бының киреһен еңел генә иҫбатлай: күп йылдар инде ул урындағы һыу ятҡылыҡтарында балыҡ тота.
“Балыҡ тотҡанда һәр кемдең үҙ маҡсаты бар: береһенә күп итеп балыҡ тотоу мөһим, икенселәре ҡармаҡлау процесынан ләззәт ала, өсөнсөләре өсөн иһә дуҫтары менән ваҡыт үткәреү өсөн сәбәп. Мин балыҡ тотоуҙан ләззәт алам, ял итәм”, — ти Винария Илфат ҡыҙы.
Винария бәләкәй сағында атаһына эйәреп балыҡҡа йөрөргә ярата.Тора-бара был уның яратҡан шөғөлөнә әйләнә. Хәҙер иһә бер туғандары бергә йыйылғанда, улар күмәкләп балыҡҡа бара, тәбиғәт ҡосағында ял итә. Ағалары уны балыҡ тотоу серҙәренә өйрәтә. Улар ҡышҡы һәм йәйге балыҡ тотоуҙы берҙәй ярата, һыуыҡтарҙан ҡурҡмай. Әйткәндәй, Винария ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса район ярыштарында әүҙем ҡатнаша һәм күп тапҡыр призер була!
Көндәлек тормошта Винария Зәбирова бар эшкә лә оҫта хужабикә, хәстәрлекле әсәй һәм һөйөклө ҡатын. Ул Ҡышлауйылға ауыл мәҙәниәт йортонда мәҙәни саралар ойоштороусы булып эшләй.
Форсаттан файҙаланып, Винарияны һәм барлыҡ балыҡ тоторға яратыусыларҙы бөгөнгө матур байрам — Балыҡсылар көнө менән ҡотлайбыҙ! Балыҡ тотоу һәр ваҡыт уңышлы булып, барығыҙға ла күңел тыныслығы, онотолмаҫ тәьҫораттар һәм яҡшы кәйеф бүләк итһен!
Наилә Имаева.