Асҡын районындағы ауылдарҙың береһе республика атамаһын йөрөтә. Башҡортостан ( халыҡсан атамаһы Бәлә Йылға) ауылы кейәүе Тимур Сафин яратҡан әбейе (тещаһы) йәшәгән йорт алдында “Йөрәгемдә Башҡортостан” тип аталған арт-объект урынлаштырған. Бар эшкә лә оҫта ир уны үҙе эшләгән.
— Был стела яратҡан әбейем Менәүәрә Арсаеваға бүләк булараҡ яһалды. Ул - дүрт бала әсәһе. Оло ҡыҙы - минең тормош иптәшем Зәйтүнә. Бик уңған һәм булдыҡлы ғаиләнән кәләш алдым. Ҡәйнәмә ҙур рәхмәт. Тиҙҙән уның тыуған көнө. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тырышып донъя көтә. Уны һәүәҫкәр умартасы тип атарға була. Беҙҙең барыбыҙҙы ла хәстәрләй, күңел йылыһын өләшә. Стелалағы хәрефтәр милли биҙәктәр менән яҙылған. Ул бәләкәй генә Башҡортостан ауылына ла, республикабыҙға, шулай уҡ бында йәшәгән ҡәйнәм кеүек егәрле, оло йөрәкле һәм илһөйәр кешеләргә тәрән ихтирам билдәһе”, - ти Тимур.