Йәнтөйәк
-8 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
8 Июль , 12:45

Матурлыҡҡа ғашиҡ ғаилә

Бөрө ҡалаһының телеүҙәк микрорайоны төҙөк, күркәм йорттары менән үҫкәндән-үҫә, киңәйгәндән-киңәйә бара. Шул йорттарҙың береһендә тормоштан йәм-тәм табып, бер-береһенә терәк-таяныс булып, ихтирам һәм хөрмәт күрһәтеп Фидәлиә Ситдиҡйән ҡыҙы менән Рөстәм Фәиз улы Фаязовтар ғүмер итә.

Матурлыҡҡа ғашиҡ ғаилә
Матурлыҡҡа ғашиҡ ғаилә

Әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡан Рөстәмгә тәү күреүҙән ғашиҡ була Фидәлиә. Тормош көтөргә сат йәбешкән егет тиҙ арала туй эшләп, ғаилә ҡороу яғын ҡарай. Шуға күрә Фидәлиә мәктәпте тамамлап, бары парикмахер һөнәрен үҙләштереп өлгөрә.
Башта тыуған яҡтарынан ситкә китмәйенсә, Балтас районы Көндәшле ауылында төпләнә йәштәр. Ҙур йорт һалып, бөтмөр ата-әсәләре кеүек мал-тыуар, умарта тотоп йәшәргә ниәтләй улар. Бер-бер артлы ҡыҙҙары Гүзәл, улдары Илнур тыуа. Ләкин ауылда йәштәргә эш урыны етмәү үҙен һиҙҙерә. Ни тиклем ҡәҙерле булмаһын, донъяларын һатып, Бөрөгә күсәләр. Йыйған аҡса бары ер һәм өйлөк бураға етә. Шулай ҙа хәстәрлекле хужа Рөстәм Фәиз улы ике йыл эсендә ғаиләһенә тағы ла иркенерәк йорт һалып бирә. Ағас эшен яратҡан балта оҫтаһы эскәмйә, бәүелсәк кеүек йыһаздарҙы ла үҙе эшләй.
Фидәлиә Ситдиҡйән ҡыҙы матурлыҡ ярата. Өйҙө зауыҡ менән биҙәү, бөхтә тотоу уның иңендә. Көн дә йөрөгән эше лә зауыҡлыҡ, нәфислек менән бәйле. Ул – “BeautyPro” матурлыҡ салоны парикмахеры.
Яратып, бөтә күңелен биреп башҡарған йәнә бер шөғөлө бар уның. Эштән бушаған арала сәскәләр үҫтерә. Көҙҙән һыналған сайттарҙан сәскә орлоҡтары алдырып, февраль айында уҡ уларға йән өрә башлай. Йәйен иһә хризонтема, петуня, георгин, пион, роза һәм башҡа күп һанлы сәскәләрҙең һәр сорты, һәр төҫө уларҙың иркен ихатаһын биҙәй. Артып ҡалғандарын һатыуға ҡуя. Әгәр элек баҙарға алып сығыр булһа, хәҙер клиенттары өйҙән генә алып китеүҙе хуп күрә.
Ҡатын-ҡыҙҙың өйө таҙа, ғаиләһе ҡараулы булыуҙан тыш үҙе лә һау-сәләмәт, күңеле бөтөн булырға тейеш, тигән принцип менән йәшәй Фидәлиә ханым.
– Саф һауала йөрөү, иртән зарядка эшләү күңел тыныслығы килтерә, үҙеңде формала тоторға ярҙам итә. Бының өсөн хәҙер махсус тапшырыуҙар, видеояҙмалар бар. Ғаилә менән ял итергә, сәйәхәт итергә яратабыҙ. Шифаханаларҙа өйрәнеп ҡайтҡан махсус күнегеүҙәрҙе өйҙә дауам итәм. Концерт-спектаклдәргә йөрөп, рухи аҙыҡ алабыҙ.
Былтыр бала саҡ хыялымды тормошҡа ашырҙым. Мөмкинлектән файҙаланып, Бөрө медицина һәм фармацевтика колледжының ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға индем. Хәҙер буш ваҡытымды китаптар уҡыуға, имтихан-зачеттарға әҙерләнеүгә ҡалдырам. Уҡырға инеүем матурлыҡҡа ынтылыуҙан, үҙемдең эске тән һәм йән торошомдо аңларға тырышыуҙан булғандыр, моғайын, — ти Фидәлиә Ситдиҡйән ҡыҙы.
Татыу ғаиләлә буй еткергән Гүзәл менән Илнур үҙ юлдарын тапҡан. Гүзәл Өфө дәүләт авиация университетын тамамлап, Өфө егете Айҙар менән үҙ ғаиләһен ҡорған. Илнур Нефтекама нефть техникумынан һуң Ҡазанда ошо йүнәлеш буйынса юғары уҡыу йортон тамамлаған. Хәҙер Өфөлә заводта эшләй.
Фидәлиә һәм Рөстәм Фаязовтар кеүек күркәм ғаиләләре менән дан тотҡанға Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө республика кимәлендә тап Бөрөлә үткәрелә лә инде.

Ғәлиә Ғәниева.

Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас